

Яңыраҡ ҡына тиҫтерҙәре менән балалар баҡсаһында уйнап-көлөп, шаярышып, ашнаҡсы апайҙар бешергән тәмле бутҡа-ризыҡтарҙы ашап, күңелле һәм фәһемле уйындар уйнап йөрөгән Камилла Рауилова бер нисә көндән 21-се мәктәпкә беренсе класҡа уҡырға барырға йыйына.
Ҡыҙ өйҙә генә ултырмай икән, ул бейеү түңәрәгенә лә, вокалға ла йөрөй, шулай уҡ спорт менән дә шөғөлләнергә ярата. Бер һүҙ менән әйткәндә, төрлө яҡлап үҫешергә тырыша ул.
– Ҡыҙыма алты йәш ярым ғына, тағы бер йылдан һуң ғына ла уҡырға бирергә булыр ине, әммә быйыл бөтә төркөмдәштәре лә беренсе класҡа бара, туғандарыбыҙ ҙа иртәрәк уҡырға төшһә, иртәрәк мәктәпте тамамлаясаҡ тиҙәр (тип көлөп ҡуйҙы Лилиә ханым). Шулай уҡ беҙҙең “Яр буйы” биҫтәһендә яңы мәктәп төҙөлөп ята, ул икенсе йыл ҡулланыуға тапшырылырға тейеш. Һәм ҡыҙымдың бөтә класы уҡытыусыһы менән шунда күсәсәк, яңы мәктәп яңы инде, – тине Лилиә Рауилова.
– Һинең иң яратҡан шөғөлөң ниндәй, – тип һорағас Камилланан:
– Дуҫтарым менән уйнарға, аралашырға яратам, – тине ҡыҙ...
Әйткәндәй, баланың атаһы МХО биләмәһендә хеҙмәт итә. Әле ул ҡыҙын Белем көнөнә оҙата барырға тип махсус рәүештә отпуск алып ҡайтҡан.
Камиллаға уҡыуында бары тик уңыштар теләйбеҙ, “бишле”гә генә өлгәшергә яҙһын.
Әлфиә МАНСУРОВА.
Автор фотоһы.