

Уҡ менән атыуҙа, автоматты һүтеү һәм йыйыуҙа, география буйынса белемде тикшереүҙә һәм спортта көс һынашыуҙа ҡатнашыусыларҙы мәғариф булеге етәксеһе Илшат Ҡотлошин сәләмләне һәм барыһына уңыштар теләне. Стәрлетамаҡта беренсе булып Шайморатов кластары булдырған Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия уҡыусылары ла уйындарҙа ихлас әүҙем ҡатнашты.