Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
28 Август 2025, 12:36

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусылар Күп функциялы үҙәктә льготалар юллай ала

Бөгөн Күп функциялы үҙәктәр яңы бурыстарҙы хәл итеүҙә әүҙем ҡатнаша, был МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам сараларын күрһәтеүгә лә ҡағыла, тип иҫкә төшөрҙө Башҡортостан премьер-министры Андрей Назаров.

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусылар Күп функциялы үҙәктә льготалар юллай алаБашҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусылар Күп функциялы үҙәктә льготалар юллай ала
Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусылар Күп функциялы үҙәктә льготалар юллай ала

Хәҙер «Минең документтарым» офистарында улар бушлай парковкаларға, мәктәп уҡыусылары өсөн бушлай юл йөрөүгә, I һәм II төркөм инвалидлыҡ алған МХО яугирҙәрен бушлай күсмә хеҙмәтләндереүгә хоҡуҡ алырға мөмкин.

«Йыл аҙағына тиклем беҙҙең алда МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә үҙәккә бер килгәндә үк мөмкин тиклем күберәк ярҙам күрһәтеүҙе тәьмин итеү бурысы тора. Мин ошондай ярҙам сараларының кәмендә 90% Күп функциялы үҙәк аша алыуҙы ойошторорға ҡуштым», — тип билдәләне премьер-министр.

 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас