Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Йәмғиәт
27 Августа 2025, 19:23

Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 126 йыл

Бөгөн Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 126 йыл. Уға 42 йәшендә дивизияны ышанып тапшыралар.

Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 126 йылМиңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 126 йыл
Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 126 йыл

 1941 йылда ойошторолған 112-се Башҡорт атлы дивизияһы, 4 мең километр хәрби юл үтеп, йөҙҙән ашыу ҡаланы азат итеүҙә ҡатнаша, гвардия дивизияһы исеменә, икенсе дәрәжә Суворов, Ҡыҙыл Байраҡ ордендарына лайыҡ була. Башҡорт атлылары сафынан 78 һалдат һәм офицерға – Советтар Союзы Геройы исеме бирелә, бишеһенә Дан ордены тапшырыла.

Халҡыбыҙ Генерал Шайморатовты онотмай, уның исемен мәңгеләштереү беҙҙең көндәрҙә лә дауам итә:

  2019 йылдан хәрби ҡаһарманлыҡ һәм йәмәғәт тыныслығын һаҡлауҙағы батырлыҡ өсөн Башҡортостанда Шайморатов ордены булдырылды;

  2020 йылда Владимир Путин указы менән ҡаһарманыбыҙға үлгәндән һуң «Рәсәй Федерацияһы Геройы» исеме бирелде;

  2022 йылда Өфөлә Миңлеғәле Шайморатовҡа Радий Хәбиров башланғысы менән төҙөлгән һәйкәл асылды;

  Данлыҡлы генералдың исемен Өфөләге 104-се мәктәп, республика белем усаҡтарының махсус кластары, Рәсәй Милли гвардияһының Өфөләге махсус тәғәйенләнеш отряды, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ирекмәндәр батальоны йөрөтә, уға арнап әҫәрҙәр ижад ителә, фильмдар төшөрөлә, спектаклдәр ҡуйыла.

Автор:
Читайте нас