Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
1 Сентябрь 2025, 11:14

Финанс хәүефһеҙлеге буйынса диктант-2025

2024 йылда диктантта 15 илдән 18 000-гә яҡын кеше ҡатнашты. Диктанттың маҡсаты — һәр кемгә, йәшенә ҡарамай, уҡыусынан алып эксперттарға тиклем, финанс хәүефһеҙлеге өлкәһендәге мәсьәләләрҙе асыҡларға, финанс мутлашыусыларының хәйләләрен танырға һәм ысын тормошта грамоталы һәм хәүефһеҙ финанс ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итеү. Проектта ҡатнашыу еrosfindictant.ru сайтында рәсми рәүештә теләгән һәр кем өсөн бушлай һәм асыҡ.

Финанс хәүефһеҙлеге буйынса диктант-2025Финанс хәүефһеҙлеге буйынса диктант-2025
Финанс хәүефһеҙлеге буйынса диктант-2025

Беренсе диктант һандарҙа

Диктант йомғаҡтары — 2024 финанс хәүефһеҙлеге темаһына ҙур ҡыҙыҡһыныу күрһәтте. Проект бөтә Рәсәйгә генә түгел, халыҡ-ара кимәлгә лә сыҡты.

  • 17 979 ҡатнашыусы үҙ белемен тикшерә алды.
  • Акцияға Донъяның 15 иле, шул иҫәптән Бразилия, Ҡытай, Мысыр һәм Көньяҡ Африка Республикаһы ҡушылды.
  • 8 183 кеше (45%) юғары һөҙөмтә күрһәтә һәм еңеүсе булла алды.
  • Иң еңел һорау “банк хеҙмәткәрҙәренең” хәйләләре тураһында булды. Уға ҡатнашыусыларҙың 76 проценты дөрөҫ яуап бирҙе. Был төп мәғлүмәтлелектең үҫеүен дәлилләй.
  • Иң ҡатмарлыһы — финанс хәүефһеҙлеген билдәләү булды. Уны ҡатнашыусыларҙың 62 проценты ғына үтәне. Яңы диктант был юҫыҡты тулыландырырға ярҙам итәсәк.

2025 йылда ҡатнашыусыларҙы нимә көтә?

Яңы миҙгелдә Диктант тағы ла ҙурыраҡ һәм ҡыҙыҡлыраҡ була бара! Ойоштороусылар иң көнүҙәк темаларҙы үҙ эсенә алған 20 интерактив һорау әҙерләгән: криптовалюта һәм яһалма интеллект ҡулланып заманса мутлыҡ схемаларынан алып цифрлы гигиена ҡағиҙәләренә тиклем. Онлайн-тест тамамланғандан һуң һәр ҡатнашыусы үҙенең шәхси һөҙөмтәһен, хаталарҙы асыҡлауҙы һәм исем сертификатын ала, ә 90 һәм унан күберәк балл йыйғандар еңеүсе дипломын ала. Проекттың финал өлөшө булып Красноярскиҙа Финанс хәүефһеҙлеге буйынса V Халыҡ-ара олимпиада ваҡытында үтәсәк махсус сессия тора. Унда иһә үҙҙәренең белемен олимпиада призерҙары, финалсылары һәм абруйлы ҡунаҡтары тикшерәсәк.

Марина Шемякина, Рәсәй фәндәр академияһының П. Н. Лебедев исемендәге Физика институты (ФИАН) базаһында уҡыусыларҙы һәм студенттарҙы олимпиада-ара әҙерләү үҙәге етәксеһе:

 Хәҙерге заман уҡыусылары цифрлы донъяла йәшәй, һәм беҙҙең бурыс — уларға хәүеф тураһында һөйләү генә түгел, ә уларҙы күрергә өйрәтеү. Халыҡ- ара диктант— ул, әйтерһең дә, аҡыл өсөн интерактив тренажер. Ул асыҡ, уйын формаһында ике төп күнекмәне формалаштырырға ярҙам итә: аңлы цифрлы гигиенаны һәм тәнҡитле фекерләүҙе. Был бөгөнгө көндә енәйәт схемаларына йәштәрҙе йышыраҡ йәлеп иткән мутлашыусыларҙан иммунитет өсөн иң яҡшы прививка. Диктант заданиеларын хәл иткәндә, уҡыусы баһа ғына алмай, дөрөҫ һорауҙар бирергә һәм янауҙарҙы проблемаға әйләнгәнсе танырға өйрәнә.

Финанс хәүефһеҙлеге буйынса халыҡ-ара диктант— Росфинмониторинг һәм уның партнерҙары инициативаһы менән ойошторолған мәғрифәтселек проекты. Ул граждандарҙың финанс хәүефтәре өлкәһендәге белем кимәлен күтәреүгә, аҡсаны юйыуға һәм терроризмды финанслауға ҡаршы тороуға йүнәлтелгән. Был финанс хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеүгә һәм уларға ҡаршы тороуға, финанс мәсьәләләрендә үҙ-үҙеңде яҡлау ҡағиҙәләрен нығытыуға һәм был ҡағиҙәләрҙе реаль тормошта ҡулланыуға туранан-тура өлөш индерә.

Финанс хәүефһеҙлеге буйынса диктант-2025
Финанс хәүефһеҙлеге буйынса диктант-2025
Автор:Гүзәл Рәмиева
Читайте нас