Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
2 Сентябрь 2025, 07:10

Мөһим һәм күптән көтөлгән объект

Яр буйы биҫтәһендәге мәктәп төҙөлөшө майҙансығында хәҙер ҡыйыҡты һәм тәҙрәләрҙе монтажлауҙың байтаҡ өлөшө тамамланған, инеү төркөмдәре ҡоролошо, инженер селтәрҙәре һалыу алып барыла. Бина эсендә биҙәү-ағартыу эштәренә күсәләр.

Мөһим һәм күптән көтөлгән объектМөһим һәм күптән көтөлгән объект
Мөһим һәм күптән көтөлгән объект

- Параллель рәүештә эргә-тирәләге территорияны төҙөкләндереү ҙә алып барыла. Объектта 55 белгес эшләй, 11 берәмек техника йәлеп ителгән. Ҡаланың көньяҡ өлөшө өсөн был бик мөһим һәм күптән көтөлгән объект. Яр буйы биҫтәһенең үҫеше социаль инфраструктура талап итә. Яңы мәктәп "ВТС" биҫтәһендәге булған уҡыу йорттарын байтаҡҡа бушатасаҡ һәм балаларыбыҙҙы уҡытыу өсөн уңайлы шарттар булдырасаҡ. Артабан да төҙөлөш барышын контролдә тотасаҡбыҙ - ти Эмиль Шәймәрҙәнов.

Сығанаҡ

Мөһим һәм күптән көтөлгән объект
Мөһим һәм күптән көтөлгән объект
Автор:Гүзәл Рәмиева
Читайте нас