

Кәрәк буласаҡ: 2 килограмм кәбеҫтә, 2 килограмм помидор, 1 килограмм (һуғанды турарға), 1 килограмм (кишерҙе ҡырғыстан үткәрергә). Шуға ярты литр көнбағыш майы, 2 ҡалаҡ уксус, 2 ҡалаҡ тоҙ, 11 ҡалаҡ шәкәр ҡомо, 15 бөртөк ҡара борос, 5 лавр япрағы һалып бер сәғәт бешерәбеҙ.
Теләгән кешегә солянкаға бәшмәк тә һалырға була. Әммә бәшмәкте алдан 15 минут бешереп, һыуын түгергә кәрәк.
Солянканы ашҡа һалырға ла була, былай ашарға ла бик тәмле. Ошо ҡатнашманан 700 грамлы 5 банка сыға солянка килеп сыға.
Сығанаҡ һәм фото: «Ватандаш» журналы.