Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
3 Сентябрь 2025, 04:15

Башҡортостанда өс кеше, шул иҫәптән бала юл фажиғәһендә һәләк булған

Стәрлетамаҡ районында үлемесле авария теркәлгән.

Башҡортостанда өс кеше, шул иҫәптән бала юл фажиғәһендә һәләк булғанБашҡортостанда өс кеше, шул иҫәптән бала юл фажиғәһендә һәләк булған
Башҡортостанда өс кеше, шул иҫәптән бала юл фажиғәһендә һәләк булған

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 2 сентябрҙә Төрөшлө – Николаевка автомобиль юлының 4-се километрында «Лада Гранта» автомобиле менән юл ыңғайы китеп барған арбалы трактор бәрелешкән.

Аварияла еңел автомобиль водителе һәм пассажиры, шулай уҡ ата-әсәһе менән бергә тракторҙа китеп барған бала урында йән биргән.

Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, ваҡиға урынында Стәрлетамаҡ районы прокуроры Илшат Рәхмәтуллин эшләй.

Күҙәтеү ведомствоһы юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен һәм асыҡлауҙы контролдә тота, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһында ҡануниәттең үтәлешен тикшерә.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас