Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
3 Сентябрь 2025, 05:08

Йәш ҡотҡарыусылар наградалар алды

Стәрлетамаҡ физик культура, идара итеү һәм сервис колледжы студенты Кирилл Юдаевҡа һәм 20-се мәктәп уҡыусыһы Сергей Удовенкоға һыуға батып барған дуҫын ҡотҡарған өсөн Стәрлетамаҡ хакимиәте наградалар тапшырҙы. Егеттәр был батырлыҡты быйыл май айында башҡарҙы.

Йәш ҡотҡарыусылар наградалар алдыЙәш ҡотҡарыусылар наградалар алды
Йәш ҡотҡарыусылар наградалар алды

2009 йылғы егет йылғаны йыһазландырылған пляждан ҡаршы ярға йөҙөп сығырға булған. Әммә ярға барып етә алмай хәле бөтөп, бата башлаған. Бәхеткә күрә, Кирилл менән Сергей эргәлә булған, улар ваҡытында күреп ҡалып, егетте ярға тартып сығарырға ярҙам иткәндәр.

Үҫмерҙәргә һәм уларҙың ата-әсәләренә наградаларҙы хакимиәт башлығы урынбаҫары Павел Шорохов һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһының Граждандар оборонаһы идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Ирина Әлибаева тапшырҙы. Павел Николаевич ата-әсәләргә шундай ҡыйыу, яуаплы балалар үҫтергәндәре өсөн рәхмәт әйтте, Кирилл менән Сергейҙың ысын мәғәнәһендә ҡыйыулыҡ һәм ауыр саҡта ярҙамға килергә әҙерлек өлгөһө булып тороуҙарын билдәләне.

Йәш ҡотҡарыусылар наградалар алды
Йәш ҡотҡарыусылар наградалар алды
Автор:Гүзәл Рәмиева
Читайте нас