Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
4 Сентябрь 2025, 07:36

Үҫмерҙең хәле тотороҡло

Һөҙөмтәлә – егеттең ҡорһағы йәрәхәтләнгән, нәҙек эсәге өҙөлгән, күкрәк өлөшөндә ике умыртҡа һөйәге һынған....

Үҫмерҙең хәле тотороҡлоҮҫмерҙең хәле тотороҡло
Үҫмерҙең хәле тотороҡло

1-се ҡала клиник дауаханаһы табиптары юл-транспорт фажиғәһендә етди тән йәрәхәттәре алған 17 йәшлек үҫмерҙе ҡотҡарған. Бәлиғ булмағанды ошо көндәрҙә Өфө-Ырымбур трассаһында булған юл-транспорт фажиғәһенән һуң ашығыс рәүештә балалар хирургияһы бүлегенә алып баралар.

“Диагноз тәғәйенләү өсөн ультратауыш тикшереүе (УЗИ) һәм тулыһынса компьютер томографияһы диагностикаһы үткәрелде. Һөҙөмтәлә – егеттең ҡорһағы йәрәхәтләнгән, нәҙек эсәге өҙөлгән, күкрәк өлөшөндә ике умыртҡа һөйәге һынған”, тине 1-се ҡала клиник дауаханаһының баш табибы Илшат Яппаров.

Үҫмерҙе артабан дауаланыу өсөн республика учреждениеһына күсергәндәр. Илшат Яппаров хәбәр итеүенсә, пациенттың хәле тотороҡло тип баһалана.

Фото - Илшат Яппаров сәхифәһенән.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас