Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
7 Сентябрь 2025, 12:05

Яңы китап сыҡты. “Тауҙар менән тауҙар ғына осрашмай...”

Махсус хәрби операция темаһы бөгөнгө көндә журналистар өсөн иң мөһим тема булып ҡала. 2022 йылдан алып ут эсендә йөрөгән батырҙарыбыҙ, халҡыбыҙҙың гуманитар ярҙамы, батырҙарҙың ғаиләләре хаҡында инде бихисап мәҡәләләр донъя күрҙе. Был теманы һәр ижадсы йөрәге аша үткәреп үҙенсә һүрәтләй, геройҙарҙы аса.

Яңы китап сыҡты.  “Тауҙар менән тауҙар ғына осрашмай...”Яңы китап сыҡты.  “Тауҙар менән тауҙар ғына осрашмай...”
Яңы китап сыҡты. “Тауҙар менән тауҙар ғына осрашмай...”

Ошо йәһәттән ҡәләмдәшебеҙ, гәзитебеҙҙең баш мөхәррире, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Рәмил Мансуров былтыр МХО биләмәһенә барып, фронт һыҙығынан репортаждар туплап ҡайтты – яҡташтарыбыҙ хаҡында яҙмалар һуңынан “Ашҡаҙар” һәм башҡа баҫмаларҙа донъя күрҙе. Бынан тыш автор үҙе лә гуманитар йөк туплауҙа әүҙем ҡатнашыусы булараҡ даими рәүештә ошо йүнәлеште лә яҡтырта бара. Яугирҙарҙың ғаиләләре хаҡындағы мәҡәләләр ҙә уҡымлы һәм уйландыра.

Барлыҡ ошо яҙмаларҙы журналист киң ҡатлам уҡыусыларға еткереү маҡсатында туплап, “Тауҙар менән тауҙар ғына осрашмай...” исемле китабына һыйындырҙы. Яңы китапты автор ошо көндәрҙә ҡулына алды.

– Китапҡа МХО биләмәһенән репортаждар менән бер рәттән ялға ҡайтҡан яугирҙар менән аралашыу нигеҙендә яҙылған мәҡәләләр ҙә инде. Исеме осраҡлы һайланманы: һәр кем өмөт менән йәшәй – килер Еңеү, яугирҙарыбыҙ менән дә осрашырбыҙ. Шул уҡ ваҡытта, уйлай китһәк, Рәсәй составына ингән төбәктәр ҙә бит кире үҙ йорттарына ҡайтты, тимәк барыбер ҙә тарих ғәҙеллеге тантана итеп, осраштыҡ! – тип тәҫьораттары менән уртаҡлашып үтте китабы сығыу айҡанлы Рәмил Ғәбдрәшит улы.

Яңыраҡ Стәрлетамаҡ районы хакимиәтендә Рәмил Мансуровтың махсус хәрби операция геройҙарына, гуманитар йөк йыйыуға һәм алып барып тапшырыуға арналған сираттағы китабының презентацияһы булып үтте. "Тауҙар менән тауҙар ғына осрашмай" китабы МХО геройҙарының һәм уларҙың ғаиләләренең ысын тарихтары, халыҡтың берҙәмлеге һәм фронтҡа ярҙам итеүе хаҡында. Унда шулай уҡ махсус хәрби операция биләмәһендә булған саҡта Рәмил Ғәбдрәшит улының яугирҙарыбыҙ менән репортаждары ла ингән.

Китап менән ҡала китапханаларында һәм белем усаҡтарында танышырға мөмкин буласаҡ. Бынан тыш, автор ижад емешен яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләренә тапшырырға ниәтләй.
Ҡәләмдәшебеҙҙе ихлас ҡотлайбыҙ һәм ижади уңыштар теләйбеҙ!

Әлфиә МАНСУРОВА.
Автор фотолары.

Яңы китап сыҡты.  “Тауҙар менән тауҙар ғына осрашмай...”
Яңы китап сыҡты.  “Тауҙар менән тауҙар ғына осрашмай...”
Яңы китап сыҡты.  “Тауҙар менән тауҙар ғына осрашмай...”
Яңы китап сыҡты.  “Тауҙар менән тауҙар ғына осрашмай...”
Яңы китап сыҡты.  “Тауҙар менән тауҙар ғына осрашмай...”
Яңы китап сыҡты.  “Тауҙар менән тауҙар ғына осрашмай...”
Яңы китап сыҡты.  “Тауҙар менән тауҙар ғына осрашмай...”
Яңы китап сыҡты.  “Тауҙар менән тауҙар ғына осрашмай...”
Яңы китап сыҡты. “Тауҙар менән тауҙар ғына осрашмай...”
Автор:
Читайте нас