Октябрҙә Башҡортостан халҡы Республика көнө уңайынан ғәҙәттәгенән күберәк ял итә. Быйыл байрам көнө, 11 октябрь, шәмбегә тура килә. Шуға күрә байрам дүшәмбегә, 13 октябргә, күсерелә. Йома, 10 октябрҙә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара.
Ноябрҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнө айҡанлы ялдар йәкшәмбе, 2 ноябрҙә, башлана һәм 4 ноябргә (шишәмбе) тиклем дауам итә. Шәмбе, 1 ноябрҙә, ял көнөн 3 ноябргә (дүшәмбе) күсереү сәбәпле эш көнө була. Шуға Башҡортостанда 2 ноябрҙән 4-нә тиклем өс көн ял тип иҫәпләнә.
Әйткәндәй, 2026 йылда Рәсәйҙә ял көндәре билдәле булды.