Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
9 Сентябрь 2025, 11:23

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы -2° тиклем ҡырау төшөүе хаҡында иҫкәртте

Республикала көндәр ҡапыл һыуыта.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы -2° тиклем ҡырау төшөүе хаҡында иҫкәрттеҒәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы -2° тиклем ҡырау төшөүе хаҡында иҫкәртте
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы -2° тиклем ҡырау төшөүе хаҡында иҫкәртте

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн, 9 сентябрҙә республиканың көньяҡ-көнсығышында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе көтөлә, ә 10 сентябрҙә төндә республиканың көньяҡ-көнсығышында һауала һәм тупраҡ өҫтөндә 0, -2° тиклем һалҡынайтыуы, ҡырау төшөүе фаразлана.

Иртәгә, 10 сентябрҙә, төндә урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы мөмкин, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә +2, +7°, көндөҙ +13, +18°.

Ә.МАНСУРОВА фотоһы.

Сығанаҡ.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас