Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
10 Сентябрь 2025, 07:11

Республикала алкоголизм һәм наркомания мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу бәйләнеш асыла

11 һәм 12 сентябрҙә Бөтә Рәсәй айыҡлыҡ көнө уңайынан Башҡортостанда алкоголь һәм наркотиктар ҡулланыуға бәйле мәсьәләләр буйынса ҡыҙыу бәйләнеш асыла. Был хаҡта үҙенең телеграм-каналында Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итте.

Республикала алкоголизм һәм наркомания мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу бәйләнеш асылаРеспубликала алкоголизм һәм наркомания мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу бәйләнеш асыла
Республикала алкоголизм һәм наркомания мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу бәйләнеш асыла

Республика халҡының һорауҙарына белгестәр командаһы яуап бирә. Нарколог, психолог, психотерапевт, юрист, психолог, ғаилә медиаторы эшләй.

Ике көн көндөҙгө сәғәт 2-нән 4-кә тиклем 8-800-347-5000 телефонына шылтыратып, бушлай аноним ярҙам алырға мөмкин.

«Дуҫтар, үҙегеҙгә бикләнмәгеҙ, проблемағыҙ менән бүлешегеҙ. Бер тапҡыр шылтыратыу ҙа хәлде яҡшы яҡҡа үҙгәртә ала. Бергәләп еңеп сығырбыҙ!» – тип яҙҙы Ленара Иванова.

2021 йылдан башлап республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һаулыҡ һаҡлау министрлығындағы коллегалары менән берлектә алкоголь һәм наркотиктар ҡулланыуға бәйле ауырыуҙарҙы профилактикалау һәм дауалау, ғаилә конфликттарын иҫкәртеү һәм хәл итеү мәсьәләләре буйынса консультациялар үткәрә.

 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас