Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
12 Сентябрь 2025, 07:25

ЙӘШТӘРЕБЕҘ ИЛҺӨЙӘРЛЕК РУХЫНДА ҠАНАТ НЫҒЫТА

Ҡалабыҙҙың "Ватан" хәрби-патриотик ойошмаһында яңы уҡыу йылы башланды ла инде. Бында  «Ватан» хәрби-патриотик берекмәһендә яңы уҡыу йылы башланыуға арналған асыҡ ишектәр көнө үтте. Программаның үҙәк пункттарының береһе булып быйыл 9 майҙа үткән Еңеү парадында ҡатнашыусыларҙы миҙалдар менән бүләкләү торҙо. Сараның тантаналы өлөшөн асып, ҡала хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте бүлеге начальнигы Илья Талачев үҙе лә ҡасандыр, мәктәп уҡыусыһы булараҡ, Еңеү көнөнә арналған парадтарҙа ҡатнашҡанын иҫенә төшөрҙө.

ЙӘШТӘРЕБЕҘ  ИЛҺӨЙӘРЛЕК  РУХЫНДА  ҠАНАТ НЫҒЫТАЙӘШТӘРЕБЕҘ  ИЛҺӨЙӘРЛЕК  РУХЫНДА  ҠАНАТ НЫҒЫТА
ЙӘШТӘРЕБЕҘ ИЛҺӨЙӘРЛЕК РУХЫНДА ҠАНАТ НЫҒЫТА

- Был еңел түгел, әммә мөһим эш. Бөгөнгө байрамға яҡын мәктәп уҡыусылары саҡырылған, улар берләшмә эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре менән таныша аласаҡ, тине ул. Ул шулай уҡ  асыҡ  ишектәр көнөн ойошторған өсөн «Ватан» хәрби-патриотик ойошмаһына рәхмәт белдерҙе.

Балаларға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ассоциацияһы рәйестәше Владимир Егоров, хәрби комиссариат вәкиле подполковник Сергей Мацегора һәм хәрби хәрәкәттәр ветераны, "Чечен Республикаһында ҡораллы конфликтта ҡатнашыусылар Союзы "  йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы Альберт  Ғиниәтуллин өгөт-нәсихәт һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте. Миҙалдар тапшырыу тантанаһынан һуң Еңеү парадының йәш ҡатнашыусылары «Ватан» хәрби патриотик ойошмаһы  секциялары эше менән таныша алды. Ҡунаҡтарға «Хәрби эш», «Ватан тарихының хәрби биттәре», «Мираҫ» ижади студияһы, «Отклик» ирекле эҙәрмәндәр отряды һәм «Перекат» балыҡсылыҡ клубы йүнәлештәре  тәҡдим ителде.  Уларҙың барыһы ла сарала ҡатнашҡан йәш быуында ҡыҙыҡһыныу уятты.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Анастасия АДАДУРОВА фотолары.

ЙӘШТӘРЕБЕҘ  ИЛҺӨЙӘРЛЕК  РУХЫНДА  ҠАНАТ НЫҒЫТА
ЙӘШТӘРЕБЕҘ  ИЛҺӨЙӘРЛЕК  РУХЫНДА  ҠАНАТ НЫҒЫТА
ЙӘШТӘРЕБЕҘ  ИЛҺӨЙӘРЛЕК  РУХЫНДА  ҠАНАТ НЫҒЫТА
ЙӘШТӘРЕБЕҘ ИЛҺӨЙӘРЛЕК РУХЫНДА ҠАНАТ НЫҒЫТА
Автор:Римма Галимова
Читайте нас