Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
13 Сентябрь 2025, 06:15

Хәрби комиссариат ирҙәрҙең илдән ситкә сығыуын тыйыу тураһында фейкты кире ҡаҡты

Интернет селтәрендә Башҡортостандың хәрби комиссариаты республикала йәшәгән 25-58 йәшлек ир-егеттәргә илдән сығыуҙы ваҡытлыса тыйыу тураһында хат әҙерләгән тигән ялған мәғлүмәт таратыла башланы.

Хәрби комиссариат ирҙәрҙең илдән ситкә сығыуын тыйыу тураһында фейкты кире ҡаҡтыХәрби комиссариат ирҙәрҙең илдән ситкә сығыуын тыйыу тураһында фейкты кире ҡаҡты
Хәрби комиссариат ирҙәрҙең илдән ситкә сығыуын тыйыу тураһында фейкты кире ҡаҡты

Башҡортостандың хәрби комиссариатында бер ниндәй ҙә СМС ебәрмәүҙәре һәм бындай документ әҙерләнмәүе тураһында рәсми рәүештә белдерҙеләр. Был ялған мәғлүмәт, тип билдәләнеләр ведомствола.

«Республикабыҙ халҡына мөрәжәғәт итәм. Иғтибарлы һәм уяу булығыҙ. Беҙ ир-егеттәрҙең илдән сығыуын сикләү тураһында документ әҙерләмәнек, был ялған мәғлүмәт», — тине Башҡортостандың хәрби комиссары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы полковник Ринат Латипов.

Башҡортостандың хәрби комиссариаты Федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренә күрһәтмәләр бирә алмай, айырыуса башҡа төбәктән, тип өҫтәне Ринат Латипов.

Сығанаҡ.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас