

Белорет районының Ломовка ауылында күп балалы ғаилә йәшәгән бүрәнә йорт янған.
Утты Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре һүндерә. Янғында ауыҙлыҡларға 14 кеше һәм биш берәмек техника йәлеп ителгән.
Янғын ваҡытында йортта биш кеше булған. 2009, 2016 һәм 2019 йылғы балалар тәҙрә аша сыҡҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың ата-әсәһе үле килеш табыла.
Янғындың сәбәбе һәм ваҡиғаның шарттары асыҡлана. Урында тәфтиш-оператив төркөм, һынау янғын лабораторияһы эксперты һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүсеһе эшләй.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.