

Бөгөн, 13 сентябрҙә, Ишембай районында Юрматы ырыуы вәкилдәре йыйыны үтте. Ул Ишембай, Стәрлебаш, Стәрлетамак, Мәләүез, Федоровка, Ғафури, Баҡалы районы һәм Ырымбур өлкәһе делегаттарын – йәмғеһе 400-ҙән ашыу кешене берләштерҙе.
– Юрматы төп башҡорт ырыуы, иң боронғо төрки ҡәүемдәрҙең береһе. Юрмый хан аҡҡошто атып алырға теләгән. Әммә ул аҡҡош һылыу ҡыҙға әүерелә һәм Юрмый хан уны кәләш итеп ала. Юрматылар ошо аҡҡоштан таралған, – тип мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай депутаты Данир Ғәйнуллин тарихи тамырҙарҙы барланы. Шулай уҡ сарматтар, мадъярҙарға бәйләп юрматылар тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткерҙе.
– Ибн Фаҙлан үҙ яҙмаларында Көньяҡ Урал менән бәйләп башҡорттар тураһында яҙып ҡалдырһа, башҡорттар һаман да ошо ерҙә айырым халыҡ булып йәшәп ята. Беҙ бер ҡайҙа ла таралмағанбыҙ, сөнки башҡорттар ерле халыҡ. Халҡыбыҙ Рәсәй составына үҙ теләктәре менән инеү шарттарын быуаттар дауамында үтәп, һәр саҡ ошо ерҙе һаҡлай, бөгөн дә беҙҙең ир-егеттәр илебеҙ һағында, – тип белдерҙе.
Юрматылар тарихы Рәсәй тарихы менән тығыҙ бәйле, улар данлы яугирҙәре –1812 йылғы Ватан һәм 1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышы батырҙары менән ғорур.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов та үҙ сығышында Юрматы ырыуы лидерҙарының береһе – Тәтегәс бейҙе хөрмәтләп иҫкә алды.
– Заманында ул Юрматы ырыуы исеменән Рәсәй менән килешеү төҙөгән. Стратегик ҡарашлы ошо шәхес Юрматы ырыуының рухын, булмышын сағылдыра, ул үҙ халҡының ҡәҙерен, дәрәжәһен белеп, киләсәген хәстәрләп тарихи килешеүгә барған. Милләтенең бәҫен күтәргән, – тине ул. – Ә бөгөнгө сараның төп маҡсаты – әлеге шарттарҙа тыуған телебеҙ, мәҙәниәтебеҙҙе, тарихыбыҙ һәм рухиәтебеҙҙе килер быуындарға еткереү механизмдарын бергәләп булдырыу. Төп йүнәлешебеҙ – мәктәптәр, балалар баҡсалары – мәғариф тармағы. Был йәһәттән бөгөн ата-әсәләр менән эшләү системаһын булдырырға кәрәк.
Юрматы ырыуы йыйынында һәр делегация вәкиле сығыш яһаны. Резолюцияға эшлекле тәкдимдәр индерелде. Йыйында шулай ук Юрматы ырыуының яңы советы раҫланды. Ә ырыу башлығы итеп Республика халык ижады үзәге генераль директоры Илгиз Кирәев һайланды. Ырыу штандарты иһә Стәрлетамак районына тапшырылды. Киләһе йылда юрматылар йыйынын тап Стәрлетамак районы ҡабул итәсәк.