Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
16 Сентябрь 2025, 12:50

Мөһим генә түгел, файҙалы ла.

Үҫеш осоронда балаға тулы һәм хәүефһеҙ туҡланыу, тап эҫе туҡланыу бик мөһим. Сәләмәт туҡланыу зарарлы төрлө аҙыҡ-түлекте ситләтеүгә нигеҙләнә, бынан тыш, уға аҙыҡ-түлек матдәләрен үҙләштереү еңелерәк булһын өсөн витаминдар, файҙалы матдәләр менән байытылған аҙыҡ-түлекте индерергә кәрәк. Был ашҡаҙан-эсәк юлы, нервы системаһы һәм башҡалар менән бәйле төрлө ауырыуҙарҙы иҫкәртә.

Мөһим генә түгел, файҙалы ла.Мөһим генә түгел, файҙалы ла.
Мөһим генә түгел, файҙалы ла.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәктәп туҡланыуы реформаһын берҙәм меню, тикшерелгән етештереүселәр, аҙыҡ-түлеккә сертификат артынан көсәйтелгән контролдән башланы. Төбәк башлығы хәтерләүенсә, алты йыл элек был өлкәлә хәл киҫкен була.

Әлеге көндә мәктәп туҡланыуы иғтибар үҙәгендә. Республикала, шул иҫәптән район-ҡалала балаларҙы эҫе аш менән тәьмин итеү темаһы көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе һанала, уның сифатын яҡшыртыу, юғары кимәлгә күтәреү буйынса системалы эш алып барыла. Беҙҙең ижади төркөм Стәрлетамаҡ ҡалаһының Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһы ашханаһында булды. Беҙ тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары Лидия Юлдашева менән осрашып әңгәмәләштек. Ул гимназияның туҡланыу мәсьәләләре буйынса ла яуаплы.

- Законға ярашлы беҙҙә башланғыс класс уҡыусылары бушлай эҫе аш менән тәьмин ителә. Һаулыҡтары сикле, инвалидлыҡтары булған, ауыр тормош хәлендә ҡалған, аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләр, махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеүселәрҙең балалары шулай уҡ льготалар менән ҡуллана ала.

Бөгөн иң мөһим бурыстарҙың береһе балаларҙа үҙ һаулығына яуаплы мөнәсәбәт булдырыу. Беҙ һәр саҡ мәктәптә «Сәләмәт туҡланыу» темаһына класс сәғәттәре үткәреп торабыҙ. Уларҙың маҡсаты: уҡыусыларҙы дөрөҫ туҡланыу, файҙалы аҙыҡ-түлек, меню төшөнсәләре менән таныштырыу, файҙалы һәм тәмле аҙыҡ-түлекте айырырға өйрәтеү, дөрөҫ туҡланыу мәҙәниәтен тәрбиәләү.

Беҙҙең уҡыу йортонда салаттар, бутҡалар, һурпалар, сырниктар, йәшелсәләр, емеш-еләк, компоттар, морстар, какао: ҡала мәктәптәрендә раҫланған егерме көнлөк меню ҡулланыла. Аш-һыу төрлө, әммә уларҙы уртаҡ билдәләр берләштерә - улар тәмле, баланслы һәм файҙалы. Ҡайһы бер уҡыусыларҙың ғына ашханала ашарға теләге юҡ, ата-әсәләр өйҙә дөрөҫ һәм сәләмәт туҡланыу тураһында балалар менән йышыраҡ һөйләшһен ине, - тип өҫтәне Лидия Кәшәф ҡыҙы. 

Мәктәп туҡланыуы мәсьәләләренә һәр ваҡыт хакимиәт яғынан да, ата-әсәләр йәмәғәтселеге яғынан да ҙур иғтибар бүленә. Йыш ҡына гимназияла ата-әсәләр көндәре лә үткәрелеп тора.

Гүзәл Фәтҡуллина, 5а класы уҡыусыһы Денис Фәтҡуллиндың әсәһе:

- Бер нисә тапҡыр гимназияның ашханаһына йөрөнөм һәм тулыһынса ҡәнәғәтмен. Гимназияла уҡыған бөтә уҡыусылар өсөн эҫе аш ойошторолған. Һәр саҡ өҫтәлдәр алдан әҙерләнгән. Ашханала һәр ваҡыт таҙалыҡ һәм тәртип. Улым ашханаға ҙур теләк менән төшкө ашҡа йөрөй. Туҡланыу сифаты һәм меню төрлөлөгө менән бик ҡәнәғәтмен. Ашхана хеҙмәткәрҙәренә уларҙың хеҙмәте өсөн ҙур рәхмәт!

Ғәләүетдинова Наилә, гимназияның ашнаҡсыһы:

- Үткән йылдағыларға ҡарағанда әлеге көндә беҙҙең меню күпкә яҡшыраҡ. Мәҫьәлән хәҙер беҙ картуф һәм ҡара бойҙайҙы үткәрелгән ит менән ҡушып бирәбеҙ, балалар уны ихлас ашай, һәм йыуырға тик буш тәрилкәләр генә килтерәләр. Мин был күренеште йыш күҙәтәм.

Хәҙер беҙ уҡыусыларҙың һәм ата-әсәләр берләшмәһенең мәктәп туҡланыуына мөнәсәбәтенең нисек үҙгәреүен күрәбеҙ. Төбәк етәкселеге тырышлығы менән мәктәп аҙыҡ-түлегенең сифаты яҡшыра, ә ялыуҙар һаны һиҙелерлек кәмей. Беҙгә аҙыҡ-түлек башҡа төбәктәрҙән һәм илдәрҙән индерелмәй, ә республикабыҙҙа үҫтерелә. Мәктәпкә иттән ярымфабрикаттар, йәшелсә һәм емеш-еләктәр килтерелә, беҙ уларҙы бында әҙерләйбеҙ. Аш-һыу температураһы һәр ваҡыт уңайлы булһын өсөн тикшерелеп тора. Ғөмүмән, аҙыҡ даими күп кимәлле тикшереүҙәр үтә, ата-әсәләребеҙ өсөн һәр ваҡыт ишектәр асыҡ, улар балалары ашаған аҙыҡты тәмләп ҡарай ала, - тине Наилә Миңлебай ҡыҙы.

Гимназия ашханаһында туҡланыу тураһында 5-се класс уҡыусылары ла фекерҙәре менән бүлеште.

Данис Юлҡотлин, 5-се А класы уҡыусыһы:

- Беҙҙең ашханалағы аҙыҡ бик тәмле. Миңә бигерәк тә итле аҙыҡтар, картуф пюреһы һәм борсаҡ ашы оҡшай. Мин үҙемдең өлөшөмдө һәр саҡ ҡалдырмай ашап бөтәм.

Амелия Аҡсулпанова, 5-се Б класы уҡыусыһы:

- Бында яҡшы ашаталар. Мин өйҙә һәр саҡ әсәйемдән беҙҙең ашханалағы һымаҡ уҡ тәмле бутҡа бешереүен һорайым. Өләсәйем бутҡа бик файҙалы, һәм уны көн һайын ашарға кәрәк ти.

Мәктәп ашханаһында туҡланыу һәр уҡыусы өсөн мөһим генә түгел, файҙалы ла. Пица ашағансы, сәләмәт ризыҡ – файҙалы һәм туҡлыҡлы төшкө аш ашау бик яҡшы, шулай уҡ баланың организмы өсөн эҫе аҙыҡ бик кәрәк. Рухи һәм физик яҡтан сәләмәт булыу, оҙон һәм бәхетле тормош алып барыу өсөн йәшәү рәүешен һәм ашау ғәҙәттәрен яҡшы яҡҡа үҙгәртергә бер ҡасан да һуң түгел.

Гүзәл РӘМИЕВА.

Автор фотоһы.

Мөһим генә түгел, файҙалы ла.
Мөһим генә түгел, файҙалы ла.
Мөһим генә түгел, файҙалы ла.
Мөһим генә түгел, файҙалы ла.
Автор:Гүзәл Рәмиева
Читайте нас