Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
17 Сентябрь 2025, 07:50

Күптәр көткән яңы күләмле төҙөлөш башланды

Башҡортостандың, бигерәк тә көньяҡ райондарыбыҙҙың күп кенә халҡы көткән яңы күләмле төҙөлөш башланды. Стәрлетамаҡтан Ашҡаҙар ауылына тиклемге участкала Р-240 Өфө – Ырымбур федераль трассаһын капиталь ремонтлау башланды.

Күптәр көткән яңы күләмле төҙөлөш башландыКүптәр көткән яңы күләмле төҙөлөш башланды
Күптәр көткән яңы күләмле төҙөлөш башланды

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, эле унда ике һыҙатлы юл. Был бик тығыҙ һәм хәүефле участка, унда күп авариялар була. Уны дүрт һыҙатҡа тиклем киңәйтергә Һәм Өфөнән Стәрлетамаҡҡа тиклемге трассалағы һымаҡ йәйәүлеләр үткәүелдәре, айырыу кәртәләре, яҡтыртыу һәм башҡа күп нәмәләр йыһазландырылған кимәлгә еткерергә кәрәк.

Әлеге ваҡытта подрядсы ер япмаһын һибә, коммуникацияларҙы үҙгәртеп ҡора. Эштәрҙе тулыһынса киләһе йыл аҙағына тиклем тамамларға планлаштырыла.

Федераль коллегаларыбыҙ – «Росавтодор»ға һәм "Урал Буйы" юл идаралығына ярҙам өсөн рәхмәт белдерәм. Был ҙур һәм мөһим проект, ул халҡыбыҙҙың именлегенә бәйле, – ти республика башлығы Радий Хәбиров үҙенең В контакте асыҡ сәхифәһендә.

Мәғлүмәт

Күптәр көткән яңы күләмле төҙөлөш башланды
Күптәр көткән яңы күләмле төҙөлөш башланды
Күптәр көткән яңы күләмле төҙөлөш башланды
Автор:Гүзәл Рәмиева
Читайте нас