

15 сентябрҙә Өфөлә республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостанда Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы ултырышында ҡатнашты. Көн тәртибендә – ойошманы артабан үҫтереү, уның ағзаларына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү.
Сәләмләү һүҙендә Радий Хәбиров, республикала хәрби хеҙмәткәрҙәр менән берлектә ҡабул ителгән ҡарар һөҙөмтәһендә Махсус хәрби оперция ветерандары ассоциацияһы ойошторолдо, тип билдәләне.
– Беҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән кәңәшләштек. Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ветерандарҙы берләштергән, уларҙың мәнфәғәттәрен яҡлаған йәмәғәт ойошмаһын булдырырға кәрәклеген аңланыҡ, – тине Башҡортостан Башлығы. – Республиканың идара итеү командаһы ассоциацияға ҙур иғтибар бүлә, уның эшләй алырлыҡ компетентлы, көслө уҙаҡташ булыуы беҙҙең өсөн мөһим.
Ассоциация алдында торған бурыстар иҫәбендә төбәк етәксеһе һәләк булғандарҙың хәтерен мәңгеләштереүҙе, инвалидтар хаҡында хәстәрлек күреүҙе, хәрбиҙәрҙе тыныс тормошҡа яраҡлаштырыуҙы һәм уларҙы эшкә урынлаштырыуҙы, шулай уҡ йәштәрҙе патриотик тәрбиәләүҙе атаны.
– Йәштәр өсөн һеҙ – Башҡортостанды яратҡан һәм уның менән ғорурланған ысын ир-егет, илһөйәрлектең тере миҫалы. Был мөһим эш менән шөғөлләнеүегеҙ өсөн һеҙгә рәхмәтлебеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостанда Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы рәйесе Оскар Ситдиҡов билдәләүенсә, ойошма төбәккә ҡайтҡан республиканың йәмәғәт тормошона йәлеп итергә, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүгә булышлыҡ итергә мөмкинлек бирә.
– Беҙҙең эшмәкәрлек күп ҡырлы һәм кешеләргә реаль ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Беҙ республика власы органдарының тулы хоҡуҡлы уҙаҡташтары булдыҡ. Беҙгә яңы кеше килгәс, ул таныҡлыҡ ҡына алмай, ул ҙур ғаилә таба. Бөгөн беҙҙең берләшмәлә меңдән ашыу хәрби хеҙмәткәр, – тип билдәләне Оскар Ситдиҡов. – Беҙҙең маҡсат – һәр муниципалитетта берҙәм ярҙам үҙәге булдырыу, шулай итеп, һәр ветеран йәки уның ғаилә ағзаһы бер урынға килеп, бөтә кәрәкле әхлаҡи, юридик, психологик ярҙам, эшкә урынлашыуҙа ярҙам ала ала. Был офис ҡына түгел, ә аралашыу, реабилитация, уҡыу өсөн урын – йәмғиәт менән бәйләнеште тергеҙеү урыны.
Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығының хәрбиҙәр менән үҙ-ара эш итеү буйынса кәңәшсеһе Юрий Орда үҙҙәренең эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне.
– Ветерандарҙың мәсьәләләрен хәл итеүҙә формализм булырға тейеш түгел. Ҡалабыҙҙа хәрбиҙәрҙе тыныс тормошҡа яраҡлаштырыу өсөн бөтөн система төҙөнөк, – тип билдәләне Юрий Орда. – Стәрлетамаҡта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү үҙәге уңышлы эшләй, шулай уҡ ҡала хакимиәте ярҙамы менән күптән түгел “МХО-лар йорто” асылды.
Фекер алышыуға йомғаҡ яһап, Башҡортостан Башлығы Башҡортостанда Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы муниципаль вәкилдәренең район һәм ҡала етәкселеге менән үҙ-ара һөҙөмтәле эш итеүен ойоштороу мәсьәләһен өйрәнергә тәҡдим итте.
– Эшмәкәрлегегеҙ һөҙөмтәле булһын өсөн власть органдары менән кәңәшләшеп эшләргә кәрәк. Һеҙҙе муниципаль идара итеү командаһына нисек берләштерергә мөмкинлеген уйларға кәрәк. Муниципалитет башлыҡтары менән тура бәйләнештә булыуығыҙ мөһим. Был бөтә мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итергә мөмкинлек бирәсәк, – тип аңлатты Радий Хәбиров.
Осрашыу аҙағында Радий Хәбиров Башҡортостандағы Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы ағзаларына дәүләт наградаларын тапшырҙы һәм уңыштар теләне.
– Беҙ һеҙҙең ойошмаға етди ҡарайбыҙ һәм барыһын да уңышлы эшләүегеҙҙе теләйбеҙ. Махсус операция ветерандары менән муниципалитет хакимиәттәре, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы хеҙмәттәшлек итә. Әммә шулай уҡ улар менән хәлде эске яҡтан белгән кешеләрҙең эшләүе мөһим. Барығыҙға ла ярҙам итәсәкбеҙ, – тине Башҡортостан Башлығы.
Фотолар - Башҡортостан Башлығының рәсми сәхифәһенән.