

Яңы «Алға» Физкультура-һауыҡтырыу комплексын төҙөү барышын ҡараныҡ-темптар яҡшы, график буйынса хәрәкәт итәбеҙ. Хәҙер подряд ойошмаһы монолит фундамент плитәһен арматуралай һәм бетонлай. Каучук стадионы - реконструкцияға мохтаж спорт объекты. Стадионды муниципаль милеккә тапшырғанда, беҙ уны тергеҙеүгә тотонорға әҙербеҙ: инвестор бар, ул әлеге ваҡытта был проекттың юл картаһын эшләй һәм проектҡа тиклемге эштәрҙе башлай. Стәрлетамаҡтың спорт өлкәһендә дәүләт-шәхси партнерлыҡ мөмкинлектәре тураһында айырым һөйләнеләр - был ҡала өсөн мөһим проекттарҙы тиҙерәк тормошҡа ашырыу өсөн яҡшы ҡорал. Стәрлетамаҡта спорт барыһына ла уңайлы, заманса булһын өсөн эшләүебеҙҙе дауам итәбеҙ. - ти Эмиль Шәймәрҙәнов В контакте асыҡ сәхифәһендә.