Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
18 Сентябрь 2025, 04:15

Башҡортостанда аварияла «Лада Ларгус» водителе һәләк булған

Бөгөн көндөҙ Стәрлетамаҡ – Белорет – Магнитогорск юлында фажиғә теркәлгән.

Башҡортостанда аварияла «Лада Ларгус» водителе һәләк булғанБашҡортостанда аварияла «Лада Ларгус» водителе һәләк булған
Башҡортостанда аварияла «Лада Ларгус» водителе һәләк булған

Башҡортостан буйынса ЮХХДИ хәбәр итеүенсә,  Белорет районында «Шкода Октавия» водителе көйләнмәгән юл сатында «Лада Ларгус»ҡа өҫтөнлөк бирмәгән. Көслө бәрелешеү һөҙөмтәһендә «Лада Ларгус» водителе алған йәрәхәттәренән ашығыс медицина ярҙамы машинаһында йән биргән.

«Шкода» водителе һәм уның пассажиры дауаханаға оҙатылған. Юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәре асыҡлана.

 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас