

Ул тыуған ауылында, башланғыс кластарҙа уҡығанда уҡ дүрт юллыҡтар ижад итә башлаған. Күрше ауыл мәктәбендә уҡығанда, ун алты йәшлек ҡыҙҙың Көйөргәҙе район гәзитендә тәүге шиғыры баҫылған. Колхозда өс йыл алдынғы һауынсы булып эшләгәс, уны райондан йүнәлтмә менән Стәрлетамаҡ зооветеринария техникумына уҡырға ебәрәләр. Уҡығанда Зөбәржәт Стәрлетамаҡ педагогия институты ҡарамағында эшләгән “Ашҡаҙар” әҙәби ижад түңәрәгенә йөрөргә, шиғри һәләтен үҫтерергә ваҡыт таба, яҙыусылар, шағирҙар менән таныша. Халыҡ алдына сығып үҙенең шиғырҙарын уҡый, ҡәләмдәштәренең кәңәштәрен тыңлай.
Техникумды тамамлағас, Зөбәржәт Йәнбирҙина тыуған яғына ҡайтып колхоздың баш зоотехнигы булып эшләй, тормошҡа сыға, ҡыҙы Зәлиҙә тыуа. Шиғриәткә мөкиббән бирелгән Зөбәржәт, Зәлиҙәһен эйәртеп, күңеле тартҡан Стәрлеһенә яңынан күсеп килә, “Ашҡаҙар” әҙәби берекмәһенә күңел биреп йөрөй, һәләтен үҫтерә.
Зөбәржәт Йәнбирҙинаның “Йөҙөк ҡашы” тип аталған тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1978 йылда нәшер ителә. Артабан да ижади мөхиткә талпы-нып, партиялы ҡәләмдәше Кәбир Аҡбашев менән әҙәби берекмәне Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы кимәленә күтәреү маҡсатында кәңәш-төңәш ҡороп, хыялын тормошҡа ашырыу яйын эҙләйҙәр. Шиғриәттә тыуған илебеҙҙе, халҡыбыҙҙы һөйөп ижад итеүсе шағирә, туҡһанынсы, унан һуңғы йылдарҙа бер-бер артлы халыҡсан тел менән яҙылған, халҡына һөйөү хисе менән һуғарылған, образлы фекерле, әсәлек, мөхәббәт темаларын яҡтыртҡан шиғри китаптары менән республикабыҙ кимәлендә танылды.
Көтмәгәндә, Ил инәһе кимәлендәге әҙибәбеҙ, 64 йәшен дә тултыра алмайынса, яҡты донъяны ҡалдырҙы. Әммә уның баҫылған китаптарына инмәгән шиғырҙарынан тупланған китап ҡулъяҙмаһы “Китап” нәшриәтендә сиратта ҡалған булған. Шул китаптың сираты әҙибә баҡый донъяға күскәндән һуң 11 йыл үткәс, Зөбәржәт апайыбыҙҙың 70 йыллығына бағышлап 2020 йылда баҫтырылған. “Һайланма әҫәрҙәр” тигән китапҡа “Ил инәһенең халҡына өндәшкәне” тигән баш һүҙҙе шағирә, филология фәндәре кандидаты Гөлназ Ҡотоева яҙған. Яратҡан апайыбыҙ хаҡында йылы һүҙҙәрең өсөн оло рәхмәттәребеҙ насип булһын, һиңә, Гөлназ туғанҡай.
Шул китаптан дүрт юллыҡ эпиграфты гәзит уҡыусыларға тәҡдим итәм:
...Йөрәккәйем һыҙлай иҫкә алып
Башҡорттарҙың бөркөт саҡҡайҙарын.
Париж асфальттарын сүкеп үткән
Замандарын башҡорт саптарҙарын.
Хәҙерге замандың бөркөт – башҡорттарыбыҙҙы ниндәй аҡыллы, образлы һүҙҙәр менән, әгәр иҫән булһаң, данлар инең, бөйөк шағирәбеҙ! тип өндәшкем килә. Бик ҡыҫҡа ғүмерле булдың шул, апайҡайым. Яҙыусылар ойошмаһының бик иҫке бүл-мәләрендә ремонт эштәрен ойоштороп йөрөгән мәлебеҙҙә минең хаҡта “Баҫылҡы егет” тигән һүрәтләмә яҙып, “Башҡортостан” гәзитендә баҫтырыуың оноторлоҡ түгел. 2008 йылда: “Союзға ин, ойошмала бергә эшләрбеҙ”, тип, мине өндәп, тәүге рекомендацияны ла һин биргәйнең.
...Матур пландар менән йәшәй инең. 8 май эштән ҡайтып киткәндә: “Иртәгә парадҡа барам”, тигәйнең, үҙең бер көн дә йәшәмәнең. Һинең бик иртә баҡый донъяға китеүеңде тәбиғәт тә бик ауыр кисерҙе. Иртә таңдан, өйлә үткәнсе ямғыр ҡойҙо...
Кәрим БУЛАТ,
РФ һәм БР Яҙыусылар союзы, РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы, Ғәли Ибраһимов исемендәге ҡала премияһы лауреаты.