Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
20 Сентябрь 2025, 10:30

Тәүге көҙгө муллыҡ байрамы

Әйткәндәй, ҡалабыҙ 2024 йыл йомғаҡтары буйынса "Рәсәй сауҙаһы-2025" Бөтә Рәсәй конкурсының "Иң яҡшы йәрминкә" номинацияһында еңеү яулаған.

Тәүге көҙгө муллыҡ байрамыТәүге көҙгө муллыҡ байрамы
Тәүге көҙгө муллыҡ байрамы

Стәрлетамаҡта традицияға әүерелгән ауыл хужалығы йәрминкәләре башланды.

Улар дүрт аҙна дауамында уҙғарыласаҡ, шуларҙың беренсеһе үткән шәмбе көндө “Стәрлетамаҡ-Арена” спорт һарайы алдындағы майҙанында булды. Стәрлетамаҡ, Ғафури, Стәрлебаш, Әлшәй, Туймазы райондарынан, шулай уҡ Салауат һәм Ырымбур ҡалаларынан 270тән ашыу фермер, баҡсасы һәм ауыл хужалығы тауар етештереүселәре үҙ продукцияһын тәҡдим итте. Унда ауыл ерендә үҫкән йәшелсә-емеш, картуф, һуған, кәбеҫтә, һарымһаҡ, ҡыяр, төрлө емеш ағастары – ҡурай еләге, ҡара ҡарағат һ.б., хуш еҫле сәй үләндәре, хатта ҡул эштәре лә һатыла ине ул көндө.

Йәрминкә майҙанына килеп инеү менән төрлө сортлы бал һатыусылар бер буйға ике яҡлап теҙелеп тора – унда йүкә, сәскә, ҡара бойҙай, донник балын һатып алырға мөмкин ине. Мәҫәлән, бер сирек йүкә балын 2 500 һумдан 4 мең һумға, сәскәнекен һәм ҡара бойҙай балын 2000-2500 һумға һатып торалар ине. Бәрәңгенең килоһы 25 һум, кәбеҫтәне 30 һум менән тәҡдим итәләр. Татлы алманың килограмы 100-130 һум.

Шулай уҡ йәрминкәгә килеүселәргә тамаҡ ялғап, ял итеп алыр өсөн дә уңайлы зона булдырылғайны.

Әйткәндәй, ҡалабыҙ 2024 йыл йомғаҡтары буйынса "Рәсәй сауҙаһы-2025" Бөтә Рәсәй конкурсының "Иң яҡшы йәрминкә" номинацияһында еңеү яулаған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ауыл хужалығы йәрминкәләре тағы ла 27 сентябрҙә, 4 һәм 11 октябрҙә иртәнге 10 сәғәттән 15:00 сәғәткә тиклем үтәсәк. Үҙегеҙ менән аҡса алырға тәҡдим итәбеҙ, сөнки интернет селтәренең өҙөлөп-өҙөлөп эшләүе мөмкин.

Ә.МАНСУРОВА.

Автор фотолары.

Тәүге көҙгө муллыҡ байрамы
Тәүге көҙгө муллыҡ байрамы
Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас