Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Йәмғиәт
22 Сентября 2025, 05:28

Әллә киренән йәй килә инде?

Әммә оҙаҡҡа түгел!

Әллә киренән йәй килә инде?Әллә киренән йәй килә инде?
Әллә киренән йәй килә инде?

Башҡортостанға эҫе һауа торошо ҡайтасаҡ. Әммә, оҙаҡҡа түгел. 

Башгидромет синоптиктары фаразлауынсабөгөн, 22 сентябрҙә көндөҙ һауа урыны менән +25 градусҡаса йылына. Гисметео мәғлүмәте буйынса, киләһе ике көн дә — 23 һәм 24 сентябрҙә лә эҫе була. Был көндәрҙә термометр бағанаһы +22 градус билдәһендә буласаҡ.

Төндә лә йылыта. Башгидромет фаразы буйынса, 22 сентябрҙә төндә һауа температураһы +12 градусҡаса буласаҡ. Гисметео синоптиктары 23 һәм 24 сентябрҙә төндә +14 градусҡа тиклем вәғәҙәләй.

Был көндәрҙә яуым-төшөм яуыуы ихтимал. Иртән һәм төндә томан төшә. Артабан һыуытасаҡ.

Мәғлүмәт.

Фото: Ә.МАНСУРОВА.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас