

Елена Литвиненко баҡырҙа эҫе эмаль техникаһында башҡарылған автор интерпретацияһы буйынса стилләштерелгән башҡорт биҙәүестәре коллекцияһын тәҡдим итте.
Алексеев А.Ф. (Realberry бренды ) илебеҙ тауар етештереүселәренең «Беҙҙең марка – 2025» төбәк конкурсында еңеү яуланы. Компания "Башҡорт традицион" сәйе өсөн наградаға лайыҡ булды.
Фермер 2005 йылдан алып Башҡортостандың экологик яҡтан таҙа райондарында йыйылған башҡорт үләндәре нигеҙендә уникаль рецептар буйынса эшләнгән үлән сәйҙәре һәм йыйымдар етештерә.
"Патрики-маркет" даими ҡатнашыусыларының уңыштары - яуаплы хеҙмәте өсөн лайыҡлы награда һәм улар етештергән продукцияның юғары кимәлен тағы бер раҫлау!
Лайыҡлы наградалар менән ҡотлайбыҙ һәм артабанғы уңыштар теләйбеҙ!