Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
24 Сентябрь 2025, 09:30

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ялған хәбәр тураһында иҫкәртте

Республиканың медицина учреждениеларына ведомство исеменән ялған документ ебәрелә.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ялған хәбәр тураһында иҫкәрттеБашҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ялған хәбәр тураһында иҫкәртте
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ялған хәбәр тураһында иҫкәртте

Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, хатҡа ярашлы, йәнәһе һәр медицина учреждениеһы өсөн квоталар менән махсус хәрби операция зонаһына табиптар араһынан ирекмәндәр йыйыу башланған.

«Был мәғлүмәт ысынбарлыҡҡа тап килмәй», — тип белдерҙеләр ведомствола.

Әлеге ваҡытта МХО биләмәһендә Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһы эшләй. Медиктар 2023 йылдың июнендә яугирҙәргә ярҙам күрһәтергә юлланды.

 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас