Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
24 Сентябрь 2025, 11:34

Ваҡытында ҡотҡарҙылар: «Башкиравтодор» менән нимә булды?

Башҡортостандың төп юл предприятиеһын рейдер баҫып алыуынан аралап, меңәрләгән кешенең эш урынын һаҡлап ҡалдылар.

Ваҡытында ҡотҡарҙылар: «Башкиравтодор» менән нимә булды?Ваҡытында ҡотҡарҙылар: «Башкиравтодор» менән нимә булды?
Ваҡытында ҡотҡарҙылар: «Башкиравтодор» менән нимә булды?

Башҡортостан Башлығының һәм хоҡуҡ хеҙмәткәрҙәренең ҡыҫылыуы һөҙөмтәһендә Башҡортостан властары «Башкиравтодор»ҙың – эре юл подряд­сыһының – банкротлығын туҡ­тат­ты. Пред- приятие бурыстарын түләргә, биш мең эш урынын һаҡлап ҡалырға һәм быйыл башланған юл эштәрен тамамларға мөмкинлек алды.

Предприятиеның эшмәкәрлеген яйға һалыу

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ни өсөн предприятиены ашығыс рәүештә ҡотҡарырға тура килеүе хаҡында һөйләне. Ул оҙаҡ ваҡыт дауа­мында «Башкир­автодор»ҙағы хәл­дең ысынлап та ҡатмарлы булыуын билдәләне. Был эшкә влас­тарға ҡыҫы­лыр­ға һәм предприяти­ены һауыҡ­тырыу буйынса бер нисә йүнәлештә эш алып барырға тура килә.

Был алым ярҙам итте – йәй уртаһынан «Башкиравтодор» операцион табышҡа сыға башланы, бер нисә миллиард һумлыҡ кредит портфеле булдырылды. Элекке бурыстар арҡаһында предприятиеның эше күҙәтеү аҫтында булды, әммә тотороҡлолоҡ һәм уларҙы түләйәсәктәрен аңлау барлыҡҡа килде.

Рейдер баҫып алыуы яһап маташыу

Артабанғы ваҡиғалар ғәҙәти рейдер баҫып алыуы картинаһына тура килә. Ҙур булмаған бер кредиторҙың талабына ярашлы, Башҡортостандың Арбитраж суды конкурс производствоһы тура­һын­да ҡарар ҡабул итте.
Һөҙөмтәлә «Башкиравтодор»ҙың активтарын тиҙ арала арзан хаҡҡа һатырға һәм биш мең хеҙмәткәрҙе эштән бушатырға тура килер ине.
Предприятиела эш ике айға туҡтатыла. Мәҫәлән, Өфөләге Пугачев урамын ваҡытында реконструкциялау, Академик Ураҡсин һәм Высотная урамдарындағы юл төҙөлөштәре хәүеф аҫтында ҡала.

Эште тергеҙеү

Күрелгән саралар һөҙөмтәһендә апелляция суды ҡарарҙы юҡҡа сығарҙы. Судьялар коллегияһы компанияның резервтар һәм тамамланмаған контракттар иҫәбенә эшмәкәрлеген һаҡлау мөмкинлеге бар тип иҫәпләй.

Бынан тыш, предприятие бурыстарын ҡаплай башлай, йәғни унда эштәр яҡшы яҡҡа үҙгәреш ала. Судьялар эш урындарын һаҡлау тураһында һүҙ алып барылыуын да иҫәпкә алды.

«Ярай, быларҙың барыһын да туҡ­та­та, хәл-торошто яйға һала ал­дыҡ. Принципиаль позиция алған республика прокуратураһына һәм Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығына ҙур рәхмәт. Шулай уҡ республика Хөкүмәте аппаратына һәм Транспорт министрлығына грамоталы эшләгәне өсөн рәхмәт белдерәм, – тине Радий Хәбиров. – Эш хаҡы буйынса бурыстар бар. Беҙ быларҙың барыһын да этаплап төҙәтәсәкбеҙ. Әлеге ваҡытта предприятие эшләй, беҙ уны бер ваҡытта ла бер ниндәй шайтандарға бирмәйәсәкбеҙ. Хәлде яйға һалыу, хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләү мөһим. Һәм һауа шарттары рөхсәт иткән урындарҙа эштәрҙе дауам итергә кәрәк».

Ә эксперттар нимә ти?


Данияр Абдрахманов, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе:
– Был осраҡта иҡтисади яҡ ҡына түгел, социаль яҡ та иғтибарҙы йәлеп итә. Предприятиеның биш меңгә яҡын хеҙмәткәре эш урынын юғалтманы. Бынан тыш, бер нисә айға туҡтап ҡалған юл ремонты дауам итәсәк. Был – республикабыҙ граждандарының уңай­лы­лығы.

Зөлфиә Ғайсина, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет рәйесе:
– Республикабыҙҙа юл тармағының төп предприятиеларының бере­һен – «Башкиравтодор»ҙы рейдер­ҙарса баҫып алы­уҙы булдырмау мөмкин булды. Был ынты­лыштың хаҡы юғары. Ике айлыҡ конкурс производствоһы барышында, юл миҙгеленең иң әүҙем осоронда, муниципалитеттар юлдарҙы ремонтлауға контракттарҙы тормошҡа ашырыуҙан мәхрүм ҡалды. Республика халҡы, йәшәү сифаты, системаға ышаныс зыян күрҙе. Хәлде төҙәтербеҙ, тип ышанам. Әле үк предприятиеның ғәҙәти алымдағы эшен тергеҙеү буйынса тәүге һөҙөмтәләр күренә. Ә иң мөһиме, был осраҡ беҙгә ҙур һабаҡ та, өлгө лә булып тора. Ул, күҙәтеү органдары һәм власть бергә эшләгәндә, рейдерҙарҙың еңелеүен күрһәтте.

Константин Гришин, Иҡтисад, идара итеү һәм бизнес институты директоры, иҡтисад фәндәре докторы:
– Транспорт инфра­струк­тураһының сифаты, тимәк, төбәктең социаль-иҡтисади үҫеш динамикаһы ла ошо предприятиеға ныҡ бәйле. Предприятиены республика милке булараҡ һаҡлау – ул төбәктең юл хужалығын үҫтереүҙе дәүләт тарафынан туранан-тура көйләү мөмкинлеген һаҡлау. Рейдерҙар тарафынан республика өсөн стратегик мөһим предприятие активтарын тартып алыу төбәктең транспорт-логистика системаһын үҫтереү йәһәтенән дә етди эҙемтәләргә килтереүе ихтимал.

Валерий Харисов, адвокат:
– Республика һәм федераль власть органдарының хоҡуҡ һаҡлаусылар менән берлектә эшләүе ошон­дай ыңғай һөҙөмтә бирә алды. Улар ғәмәлдә команда эшенең ни тиклем һөҙөмтәле була алыуын иҫбатланы.

Автор:
Читайте нас