

Хөрмәтле тәрбиәселәр, мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре! Һөнәри байрамығыҙ менән ысын күңелдән ҡотлайым! Кешенең иң йылы хәтирәләре бала саҡ менән бәйле. Ул донъяны танып-белеү, беренсе асыштар менән бәйле бәхетле һәм шатлыҡлы осор, барыһы ла яңы ғына башланған мәл. Балаларын мәктәпкәсә учреждениеға тапшырған ата-әсәләр уларға унда уңайлы һәм рәхәт булыуын теләй. Шуға күрә кескәйҙәрҙе улар менән уртаҡ тел таба, ҡыҙыҡһындыра, таланттарын һәм һәләттәрен үҫтерә белгән тәрбиәселәр ҡаршы алыуы мөһим. Һөнәри оҫталығығыҙ, йомарт күңелегеҙ һәм һайлаған эшегеҙгә тоғро ҡалыуығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт белдерәм. Һеҙҙең һөнәр бик кәрәкле һәм әһәмиәтле, сөнки нәҡ һеҙ көн һайын балаларға йөрәк йылыһын бүләк итәһегеҙ, холҡона нигеҙ һалаһығыҙ, һәләттәрен үҫтерәһегеҙ. Һеҙгә һәр саҡ уңыш юлдаш булһын, ижади идеяларығыҙ мотлаҡ тормошҡа ашһын! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет, изге башланғыстарығыҙҙа уңыштар теләйем! Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов.