

Башҡортостан – күп милләтле республика, уның территорияһында төрлө милләт вәкилдәрейәшәй.Улар үҙ-ара бик татыу һәм берҙәм. Һәр милләттең үҙ мәҙәни үҙенсәлеге бар: уны милли кейем аша танып-белергә мөмкин.
Башҡортостанда 12 сентябрҙә милли кейем көнө билдәләнде. Был үҙенсәлекле көн 2020-се йылдан алып республика Башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы, йылына ике тапҡыр, апрелдең һәр өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында үткәрелә. Был күркәм дата халыҡтарҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә, тарихына һәм мәҙәниәтенә иғтибар итеүгә ҙур мөмкинселек бирә. Һәр милләт вәкиле был көндө ҙур ғорурлыҡ менән милли кейемдәрен кейеп, байрамға йыйыла. Төрлө милләт вәкилдәренең бер-береһен ихтирам итеүе, дуҫ йәшәй белеүе – Башҡортостандың, ғөмүмөн, илебеҙҙең төп байлығы ул.
Милли кейем – ул кейем генә түгел, ә халыҡ тураһында һөйләгән ҙур тарих. Милли кейем – халыҡтың эске булмышының сағылышы. Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы – тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Шуға күрә лә боронғо замандарҙан алып кешегә бер ҡараш ташлау менән, уның ниндәй милләттән икәнен билдәләп була. Башҡорттоң иһә күңел байлығы сигеү-нағышта, мәрйендән селтәрләп яһалған биҙәүестәрҙә, көмөшкә сүкеп һалынған биҙәктәрҙә сағылған.
Халыҡтың тарихы милли үҙенсәлектең асыҡ сағылышы булараҡ, рухи-мәҙәни мираҫты һаҡлап ҡалырға ярҙам итә лә инде. Халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы булған ошо мираҫты беҙ ҡәҙерләп һаҡларға, киләсәк быуынға еткерергә бурыслыбыҙ.
Был күркәм байрамға 62-се балалар баҡсаһы ла ҡушылды. Байрамдың төп маҡсаты булып, балаларҙы милли кейемдәр, уларҙың биҙәктәре менән таныштырыу, башҡорт халҡының йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә ҡарата хөрмәт тәрбиәләү, уларҙы өйрәнеү теләге тыуҙырыу торҙо. Төркөмдәрҙә төрлө тематик дәрестәр, күңел асыу саралары, әңгәмәләр уҙғарылды. Балалар республикабыҙҙа йәшәгән халыҡтарҙың кейем үҙенсәлектәре менән танышты, сағыштырҙы, баш кейемдәре, биҙәүестәре хаҡында белде, үҙҙәре лә ҡағыҙҙан түшелдерек, камзул эшләп ҡараны.
Беҙ тәрбиәселәр, ата-әсәләр балаларыбыҙ өсөн бик шатбыҙ. Уларҙың быуындан-быуынға күсеп килгән рухи мираҫыбыҙҙы онотмайынса, үҙҙәренән һуң килгән быуынға лайыҡлы тапшырыуҙарына иманыбыҙ камил.
Әлфиә ХАБАЕВА, Зилиә КАМАЛОВА,
62-се балалар баҡсаһы тәрбиәселәре.
Фото З.Камалова тарафынан бирелде.