Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
28 Сентябрь 2025, 04:00

“Видеола һин түгелһеңме?”

Стәрлетамаҡ кешеһе һылтанма буйынса күсә һәм аҡсаһыҙ ҡала Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығының дежур бүлегенә урлашыу тураһында ғариза менән 47 йәшлек ир мөрәжәғәт иткән. Иргә һылтанма һәм текст менән билдәһеҙ контакттан хәбәр килә: “Видеола һин түгелме?”.

“Видеола һин түгелһеңме?”“Видеола һин түгелһеңме?”
“Видеола һин түгелһеңме?”

Зыян күреүсе, бер ни ҙә уйлап тормай, күрһәтелгән һылтанма буйынса күсә. Бынан һуң ғариза биреүсенең телефоны насар эшләй башлай, уның исеменән  мессенджерҙа бөтә таныштарына һылтанма менән шундай уҡ хат ебәрелә.

Ир шунда уҡ ҡушымтаны юйҙыра, әммә бер аҙҙан уның банк карталарынан 40 мең һумдан ашыу аҡса күсерелеүен асыҡлай. Мутлашыусыларҙың ҡорбаны булыуын аңлап, зыян күреүсе полицияға мөрәжәғәт итә. Банк иҫәбенән урлау факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Полиция иҫкәртә!

- Таныш булмаған һылтанмалар буйынса үтмәгеҙ.

- Хатта таныш контакттарҙан да хәбәр килгәндә шикле файлдарҙы асмағыҙ.

- Тикшерелмәгән сығанаҡтарҙан ҡушымталар ҡуймағыҙ.

- Туғандарығыҙҙы һәм таныштарығыҙҙы ошо схема тураһында иҫкәртегеҙ.

Гүзәл РӘМИЕВА.

РФ Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығы мәғлүмәте буйынса.

 

“Видеола һин түгелһеңме?”
“Видеола һин түгелһеңме?”
Автор:Гүзәл Рәмиева
Читайте нас