

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев билдәләүенсә, сикләүҙәр «Башҡортостан Республикаһында бала хоҡуҡтарының төп гарантиялары тураһында»ғы закон менән билдәләнгән. Ҡағиҙә боҙған өсөн 500-2000 һум күләмендә административ штраф ҡаралған.
"Төндә балаға урамда урын юҡ, ә көҙөн иртәрәк ҡараңғы төшә. Һәм эш бында мөмкин булған хоҡуҡ боҙоуҙарҙа ғына түгел, ә ябай юл-транспорт ваҡиғаларында ла: ҡараңғыла машина аҫтына эләгеү хәүефе юғарыраҡ. Балаларҙың өйҙән ситтә үҙаллы йөрөүҙәрен тыйыу, киреһенсә, ата-әсәләргә йүнәлтелгән. Был өлкәндәргә уларҙың балалар өсөн яуаплылығы тураһында иҫкәртеү", — тип өҫтәне Константин Толкачев.