

Уҡытыусы ул – киләсәккә аҡ юл күрһәтеүсе илаһи зат тип беләбеҙ. Уҡытыусы һөнәре бик ауыр, ҡатмарлы һәм яуаплы хеҙмәт. Ысын уҡытыусы булыу өсөн балаларҙы яратырға, аңлай белергә һәм бөтә булмышыңды уларға бағышларға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта ул талапсан, әммә йомшаҡ күңелле, кешелекле, һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер торған шәхес һәм изге йән. Балаларға белем биреүгә 28 йылдан ашыу ғүмерен арнаған Айгөл Фәрүәз ҡыҙы МАНСУРОВАға тап ана шундай сифаттар хас. Ғафури районының Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбенең 11 класын 1992 йылда тамамлағандан һуң, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына филология факультетының рус һәм башҡорт теле бүлегенә уҡырға инә ул. 1997 йылда ҡулына белгеслеге буйынса диплом алыу менән Стәрлетамаҡ ҡалаһының 5-се урта мәктәбендә ең һыҙғанып, башҡорт теле уҡытыусыһы булып эш башлап ебәрә йәш уытыусы. Унда бай тәжрибә туплап, 10 йыл эшләгәндән һуң 34-се мәктәпкә күсә һәм бөгөнгө көнгәсә шунда эшләй. Ҡорған әңгәмәбеҙ ҙә уның һөнәре хаҡында булыр.
– Айгөл Фәрәүәзовна, ғәҙәттә күптәр был изге һөнәрҙе атай-әсәй юлынан барып һайлай, ә һеҙҙе педагогика юлы нисек ымһындырҙы?
– Эйе, миңә лә ошо тарих хас. Әсәйем Зилә Ғәбделхаҡ ҡыҙы Фәйзуллина Сәйетбаба урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып 38 йыл эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Миндә был һөнәргә һөйөү шунан киләлер. Сөнки дәрестәрҙән һуң әсәйем янына инеп, балаларға дәрес әҙерләшергә ярҙам итә торғайным. Уйлап ҡараһаң, үҙем дә һиҙмәйенсә мәктәптә уҡыған саҡта уҡ үҙемде уҡытыусы һөнәренә әҙерләп йөрөгәнмен икән. Атайым Фәрүәз Фәхри улы Фәйзуллин ғүмер буйы колхозда тир түкте, хәҙер улар икеһе лә хаҡлы ялда.
– Ә үҙегеҙҙе икенсе һөнәрҙә күрәһегеҙме? Сөнки бихисап һөнәр эйәләре уҡытыусы булһынмы, медицина һеҙмәткәреме, ғүмер буйына бер ерҙә генә эшләп тә эш урынын йә вазифаһын алыштыра һәм алыштырырға ла ҡурҡмай.
– Уҡытыусы һөнәрен һайлауыма үкенмәйем һәм мин үҙемде был һөнәрҙән башҡа бер һөнәрҙә лә күҙ алдына килтерә алмайым. Яратҡан эшем миңә ҡанат ҡуя, дәртләнеп, күңелемде һалып эшләйем. Йылдар үтеп, күберәк тәжрибә туплаған һайын, уҡытыусы һөнәренең көсөнә ышанам.
– Был һөнәрҙә остаздарығыҙ ҙа юҡ түгелдер?
– Әйтеүемсә, беренсе остазым – әсәйем, икенсеһе әсәйемдең апаһы, ғүмер буйы ҡалабыҙҙың 2-се лицей-интернатында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән Гөлшат Мөхәмәтйән ҡыҙы Кәлимуллина. Ул миңә эш башлағанда төрлө яҡлап ярҙам итте, уға сикһеҙ рәхмәтлемен.
– Уҡытыусы ниндәй булырға тейеш.
– Уҡытыусы балаларға белем биреп кенә ҡалмай, ә яҡшыны ямандан айырырға өйрәтә, эшһөйәр, намыҫлы, яҡшы кешеләр итеп тәрбиәләү өсөн ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәҫкә тейеш. Һәр баланың эске донъяһын күреп, уларҙы асырға тырыша, алдына бурыстар ҡуйып, маҡсатҡа ынтылырға өйрәтә, үҙ аллылыҡ, ижади ҡараш тәрбиәләй. Был минең кредом һәм үҙем дә ошо сифаттарға тап килергә тырышам.
– Ғаиләгеҙ менән дә таныштырып үтһәгеҙ ине.
– Тормош иптәшем Азат Марат улы менән Артур исемле улыбыҙҙы тәрбиәләп, төплө белем биреп аяҡҡа баҫтырҙыҡ.
Яратҡан эшем, ышаныслы хеҙмәттәштәрем, ныҡлы терәгем һәм таянысым – тормош иптәшем, улым, ата-әсәйем, туғандарым булыуы менән бәхетлемен мин. Улар янына ашығып торам. Ә көн һайын мин мәктәпкә ашҡынам, сөнки тормошомдо уҡыусыларҙан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмайым. Уҡытыусы булыу – булмышым.
Әңгәмәне Әлфиә МАРАТОВА ҡорҙо.
Фото А.Мансурованың шәхси архивынан.