

Уҡытыусы – үҙе янып, бүтәндәргә яҡтылыҡ һибеүсе шәм, тиҙәр. Педагог һөнәрен һайлағанһың һәм уҡытыусы тигән бөйөк исемде йөрөтәһең икән, был булмышты барлыҡ уңыштары һәм шул уҡ ваҡытта сикһеҙ ауырлыҡтары менән ҡабул итеп алырға кәрәк. Әңгәмәсем Юлиә Өлфәт ҡыҙы ВӘХИТОВАны ла яҙмышы был юлдан тайпылдырам тип күпме һынап ҡарай, әммә мәҡәлә геройы барыбер ҙа һөнәренә тоғро ҡала. Инде башҡа юлдан киттем тигәндә генә ул үҙенең асылын аңлап ҡала...
Ул – Стәрлетамаҡтағы 20-се мәктәптә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Гәзит уҡыусыларға үҙенең эш тәжрибәһе тураһында һөйләргә ихлас ризалашты. Был мәктәпкә эшкә килгәнгә тиклем ул ҡалабыҙҙың 35-се мәктәбендә туғыҙ йыл эшләп китә.
Юлиә Өлфәт ҡыҙы Стәрлебаш районының Табылды урта мәктәбен 2006 йылда “4” һәм “5” билдәләренә генә тамамлай. Уҡығанда ла тырыш һәм сәмле була ул.
– Мәктәптә уҡыған саҡта мин хоҡуҡ һаҡсыһы булырға хыяллана торғайным, сөнки миңә уларҙың формалары бик оҡшай ине, – тип башланы һүҙен йәш белгес. – Әммә, РФ Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты шул саҡта баш ҡалала ғына булғанлыҡтан барғым килмәне. Ата-әсәйемде лә, ауылымды ла һағынырмын тип уйланым. Һәм уҡырға ҡайҙа барырға тип икеләнеп йөрөгәндә әсәйемдең танышы, шул саҡтағы Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһында башланғыс кластар уҡытыусыһы һәм социаль педагог факультетында уҡырға мөмкин, тип шылтыратып әйтте.
Юлиә Вәхитова әлеге ваҡытта полицияла бәлиғ булмағанда эштәре буйынса белгес булып эшләп йөрөр ине, әгәр уҡыған ваҡытта йөрәге һәм күңеле менән уҡытыусы һөнәренә ғашиҡ булмаһа. Биш йыл буйы уҡыу осоронда уға уҡытыусы һөнәрендәге төрлө уҡытыу методикаларын ҡулланыу, практика үтеүе шул тиклем оҡшай һәм уҡыуы аҙағында ҡыҙ башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләйәсәкмен, тигән аныҡ ҡарарға килә.
Артабан ул яратҡан кешеһенә – Мансур Мәхмүт улына тормошҡа сығып, Өфө ҡалаһына күсеп китәләр, эше лә еңел генә табыла һәм белгеслеге буйынса баш-көллө эшкә сума. Бер аҙҙан беренсе улдары Әлим тыуа. Ике йыл тирәһе баш ҡалала эшләп алғандан һуң, йәш ғаилә Стәрлетамаҡҡа ҡайтып төпләнә. Ҡалабыҙҙың 35-се мәктәбендә башланғыс класс уҡыусыларына белем орлоғо һала башлай Юлиә Өлфәт ҡыҙы. Бер нисә йылдан икенсе улдары Асҡар яҡты донъяға ауаз һала.
– Кескәйҙәр ҙә балалар баҡсаһында йә мәктәптә адаптация үткән кеүек үк, мин дә яңы эш урынына, хеҙмәттәштәремә, балаларға, уларҙың ата-әсәләренә, бер аҙ ҡыйынлыҡтар булһа ла, өйрәндем. Бер ваҡыт тәрбиәсе булып та балалар баҡсаһына күсермен тип уйлаған инем, әммә шул саҡта мин һөнәремдең асылына төшөндөм, һәм ни өсөн мин балаларға белем бирергә тейешлегемде аңланым. Шул ваҡыттан алып һөнәремде алмаштырыу уйы башыма ла кергәне юҡ. Эшем күңелемә ята, уҡытыусынан башҡа бер һөнәр эйәһе лә була алмаясаҡмын.
“Нимә ул һеҙҙең өсөн уҡытыусы булыу?” – тип төпсөнәм унан.
– Мин уҡытҡан класта һәр ваҡыт үҙенсәлекле, ата-әсә һөйөүенән мәхрүм ҡалған, аутизм йәки иғтибар етешмәү һәм гиперактивлыҡ симптомдары булған балалар булды һәм әле лә бар. Нисә генә кеше класын сығарманым, яңы класс та алып ҡараным, барыбер шундай бер-ике бала булһа ла осрай. Һәм шул саҡта минең ошо һөнәргә ҡағылышлы ниндәйҙер маҡсатым барлығын, тап шундай синдромлы, йәки насар уҡыған балаларға ярҙам итергә тейешлегемде аңланым. Бер хеҙмәттәшемдең: “Баланы батыра торған да, ярҙам ҡулы һуҙа торған да уҡытыусылар була”, тип әйткән һүҙҙәре күңелемдә мәңге һаҡланасаҡ. Һәм шул ваҡыттан алып: “Ни өсөн мин һәйбәт уҡығандарҙы ғына етәкләргә тейеш әле”, тигән һорау биреп үҙемә, уҡыу буйынса арттан ҡалған, йәки насарыраҡ уҡыған балаларға һәр ваҡыт ярҙам итеп, күтәрергә тырышам. Әлбиттә, бер баланы ла айырмайым, барыһы ла минең өсөн бер тигеҙ. Ағымдағы йылда дүрт йыл буйы етәкләгән класымды сығарҙым, уларҙың һәр береһе минең өсөн ҡәҙерле, һәр береһен үҙ баламдай яратам, ҡайһы саҡ һағынып та алам уларҙы. Шулай уҡ, балаларҙың ата-әсәләре менән дә берҙәм аралашып эш итәбеҙ, – тип бәйән итте үҙенең уҡытыусылыҡ миссияһы тураһында Юлиә Өлфәт ҡыҙы.
Ысынлап та, Юлиә Вәхитова үҙ һөнәренең мәғәнәһен аңлаған һәм дөрөҫ юлдан бара, балаларҙың ышанысын, ихтирамын яуларға тырыша, һәр береһенең күңеленә юл асып, файҙалы кәңәштәрен бирә, уларҙы кәрәк урында йыуата ла, хуплай ҙа белә. Балалар беҙҙең киләсәгебеҙ һәм Юлиә Өлфәт ҡыҙы белем биргән балалар туған телде һаҡлап, ҡәҙерләрҙәй юғары рухлы шәхестәр, үҙ еренең ысын патриоттары, ҙур кешеләр булып, тормошта үҙ урынын табыр, тип ышанабыҙ.
Әлфиә МАНСУРОВА.
Фото Ю.Вәхитованың шәхси архивынан.