Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
2 Октябрь 2025, 07:01

Яңы ҡоролмалар – көн талабы

“Киләсәктә тап ошондай туҡталыштар форматына күсәсәкбеҙ – улар хәүефһеҙ һәм транспортты көткән пассажирҙар өсөн уңайлы буласаҡ”, – тип яҙып сыҡты ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов сәхифәһендә.

Яңы ҡоролмалар – көн талабыЯңы ҡоролмалар – көн талабы
Яңы ҡоролмалар – көн талабы

Стәрлетамаҡ ҡалаһының модуль конструкциялар заводы (“РОНА” төркөмө) реклама конструкцияларын, алюмин композиттан фасадтар, баннерҙар, светодиодлы вывескалар эшләү, монтажлау һәм һүтеү менән билдәле.

Әлеге ваҡытта предприятиела Стәрлетамаҡ ҡалаһының туркоды сиктәрендә “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проекты буйынса модулле павильонды йыйыу бара.

Шулай уҡ, предприятие уңайлы туҡталыш павильондары етештерә башлаясаҡ, улар видеокүҙәтеү системаһы, һауа шарттарынан һаҡлау, бушлай Wi-Fi, мобиль ҡоролмалар өсөн сымһыҙ зарядлау менән йыһазландырыласаҡ, ә киләсәктә транспорттың реаль ваҡытта килеүен күҙаллаған электрон табло барлыҡҡа киләсәк. Яҡын арала бындай павильондарҙы “Дауахана ҡаласығы” һәм “Ҡ.Моратов урамы” туҡталыштарында урынлаштырылыу күҙ уңында тотола. Павильондар, ҡышҡы осорҙа биналарҙы йылытыу һәм уның эргә-тирәһен йыйыштырыу буйынса сығымдарҙы үҙ өҫтөнә алған эшҡыуарҙар иҫәбенә йыһазландырыла.

“Киләсәктә тап ошондай туҡталыштар форматына күсәсәкбеҙ – улар хәүефһеҙ һәм транспортты көткән пассажирҙар өсөн уңайлы буласаҡ”, – тип яҙып сыҡты ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов сәхифәһендә.

Ә.МАНСУРОВА.

Фото Э.Шәймәрҙәнов сәхифәһенән.

Яңы ҡоролмалар – көн талабы
Яңы ҡоролмалар – көн талабы
Яңы ҡоролмалар – көн талабы
Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас