Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
3 Октябрь 2025, 11:29

Радий Хәбиров БПЛА-ға ҡаршы тороу буйынса оператив штабы ултырышын үткәрҙе

Башҡортостан Башлығы террорҙан әүҙем һаҡланыу сараларының көсәйеүен билдәләне.    

Радий Хәбиров БПЛА-ға ҡаршы тороу буйынса оператив штабы ултырышын үткәрҙеРадий Хәбиров БПЛА-ға ҡаршы тороу буйынса оператив штабы ултырышын үткәрҙе
Радий Хәбиров БПЛА-ға ҡаршы тороу буйынса оператив штабы ултырышын үткәрҙе

Бөгөн, 3 октябрҙә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың оператив штабы ултырышын үткәрҙе. Көс структуралары, министрлыҡтар һәм ведомстволар, сәнәғәт предприятиелары етәкселәре нефть эшкәртеү объекттарын БПЛА һөжүмдәренән һаҡлау буйынса өҫтәмә сараларҙы тикшерҙе.

— Яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиелары етәкселәре менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ. Террорҙан әүҙем һаҡланыу сараларын артабан көсәйтеү өҫтөндә эшләйбеҙ, — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сентябрҙә самолет тибындағы пилотһыҙ осоусы аппараттар Өфө һәм Салауат предприятиеларына һөжүм итте. Ҡорбандар юҡ, предприятиелар штат режимында эшләй.

 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас