Хөрмәтле уҡытыусылар! Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Уҡытыусылар көнө уңайынан ихлас ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ!
Уҡытыусы – Ватаныбыҙҙың киләсәген тәрбиәләгән, ил ғорурлығы һәм таянысы. Мәғариф системаһында ниндәй генә үҙгәрештәр булмаһын, улар һәр саҡ үҙ эшенең оҫтаһы булып ҡала. Уҡытыусы – ябай һөнәр түгел, ул – бала күңеленең белгесе. Хәҙерге уҡытыусылар һәр уҡыусыһында шәхесте күрергә һәм тәрбиәләргә тейеш.
Стәрлетамаҡ уҡытыусылары менән ғорурлана. Һеҙҙең күптәрегеҙ юғары наградаларға һәм исемдәргә эйә, ҡалабыҙҙы һәм республикабыҙҙы данлайһығыҙ, үҙ эшегеҙҙә даими камиллашаһығыҙ, төрлө конкврстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулайһығыҙ. Эшегеҙҙең һөҙөмтәһе –уҡыусыларҙың белем кимәле, уларҙың уңыштары һәм ҡаҙаныштары, шәхси үҫеше.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бөтмәҫ көс, илһам һәм яңынан-яңы уңыштар теләйем!
Эмиль ШӘЙМӘРҘӘНОВ, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы.