Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
7 Октябрь 2025, 06:23

Радий Хәбиров менән оператив кәңәшмәнән мөһим темалар

Радий Хәбиров видеобәйләнеш аша республика райондарында һигеҙ фельдшер-акушер пункты асты.

Радий Хәбиров менән оператив кәңәшмәнән мөһим темаларРадий Хәбиров менән оператив кәңәшмәнән мөһим темалар
Радий Хәбиров менән оператив кәңәшмәнән мөһим темалар

2022-2025 йылдарҙа республиканың баҡса ширҡәттәренә 751 миллион һум ярҙам бүленгән. Уларҙың 297-һендә бюджет аҡсаһына юлдар рәтләнгән, 63 ширҡәттә яңы электр счётчиктары ҡуйылған. 218 баҡса, торлаҡ инфраструктураһын яңыртҡандан һуң, дәүләттән компенсация алған. Шулай уҡ баҡсасылар янғын иҫкәртеү ҡоролмалары менән тәьмин ителә, һөҙөмтәлә быйыл янғындар һаны 45 процентҡа кәмегән.

Рәсәй Президенты ҡарарына ярашлы, баҡсаларға газ үткәреү дауам итә. 3 меңдән ашыу килешеү төҙөлгән дә инде. 754 баҡса участкаһына газ торбалары һуҙғандар.

Һалым инспекцияһы физик шәхестәрҙән 1 декабргә тиклем бюджетҡа 8 миллиард һум аҡса килеүенә иҫәп тота. Уның 4,2 миллиарды муниципаль бюджеттарға юлланырға тейеш.

Радий Хәбиров видеобәйләнеш аша республика райондарында һигеҙ фельдшер-акушер пункты асты. Иглин районының Орондо, Кушнаренко районының Үгеҙ, Нуриман районының Үкәрле, Салауат районының Күҫәләр, Асҡын районының Баҙансат, Ҡалтасы районының Иҫке Йәш, Ғафури районының Ҡауарҙы, Саҡмағош районының Рапат ауылдарында модулле медицина пункттары эшләй башланы. Бындай заманса фельдшер үҙәктәре 2019 йылдан төҙөлә, әлеге ваҡытта республикалағы 2071 пукттың 608-е яңыртылған. Йыл аҙағына тиклем тағы ла ун дүрт ФАП-тың сафҡа индерелеүе көтөлә.

Ағиҙел аша күпер Республика көнөндә, 11 октябрҙә, асыла. Күпер аша тәүге автомобилдәр һынау маҡсатында 8 октябрҙә үтәсәк.

«Рейдтарҙы көсәйтергә» – Башҡортостан Башлығы юлдарҙа күҙәтеү сараларын ентеклерәк ойоштороу маҡсатын ҡуйҙы. Ныҡлы контроль, аңлатыу эштәре алып барыу юлдағы фажиғәле осраҡтарҙы кәметергә тейеш. Быға тиклем юл фажиғәләре ҡорбандары һаны кәмей килә ине. Ағымдағы йыл башынан алып Башҡортостан юлдарында 315 кеше һәләк булған. Былтырғы йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, был 12 кешегә күберәк.

Башҡортостанда Белоруссия менән берлектә яңы троллейбустар сығарырға ниәтләйҙәр. МАЗ һәм УТТЗ заводтарының уртаҡ проектын финанслау тураһында килешеү төҙөр өсөн яҡын арала Белоруссия вәкилдәре Өфөгә киләсәк.

Республиканың дүрт районында урып-һуғыу эштәре тамамланған. Иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар майҙанының 95 проценты урылған.

Радий Хәбиров менән оператив кәңәшмәнән мөһим темалар
Радий Хәбиров менән оператив кәңәшмәнән мөһим темалар
Автор:Гүзәл Рәмиева
Читайте нас