Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
7 Октябрь 2025, 06:31

Стәрлетамаҡта уҡыусылар стипендия ала аласаҡ

Түләүҙәрҙе сәнғәт һәм музыка мәктәптәренең һәләтле уҡыусылары аласаҡ.Стәрлетамаҡта өҫтәмә белем биреү учреждениелары уҡыусылары өсөн «Йәш һәләттәр» стипендияһы булдырылды. Уның күләме айына 4500 һум тәшкил итәсәк.

Стәрлетамаҡта уҡыусылар стипендия ала аласаҡСтәрлетамаҡта уҡыусылар стипендия ала аласаҡ
Стәрлетамаҡта уҡыусылар стипендия ала аласаҡ

2025 йылдың 1 сентябренән 2026 йылдың 31 майына тиклем айлыҡ түләүҙәрҙе сәнғәт һәм музыка мәктәптәренең һәләтле уҡыусылары аласаҡ. Был турала ҡарарға ҡала мэры Эмиль Шәймәрҙәнов ҡул ҡуйҙы.
Хәбәр ителеүенсә, Быйыл Наталья Маннапова, Лев Духнин, Самира Кутузова һәм Фиона Титова — ижадта уңыштары менән айырылып торған йәш музыканттар һәм рәссамдар стипендиат булды.

Башинформ

Стәрлетамаҡта уҡыусылар стипендия ала аласаҡ
Стәрлетамаҡта уҡыусылар стипендия ала аласаҡ
Автор:Гүзәл Рәмиева
Читайте нас