Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
8 Октябрь 2025, 11:21

Башҡортостандың ҙур бурыстары бар, тигән хәбәр дөрөҫмө?

Эксперттар менән берлектә беҙҙең ниндәй дәүләт бурыстары барлығын һәм уның өсөн борсолорға кәрәкме-юҡмы икәнен тикшерәбеҙ.

Башҡортостандың ҙур бурыстары бар, тигән хәбәр дөрөҫмө?Башҡортостандың ҙур бурыстары бар, тигән хәбәр дөрөҫмө?
Башҡортостандың ҙур бурыстары бар, тигән хәбәр дөрөҫмө?

Ниндәй бурыс?

Рәсәй Финанс министрлығы ил төбәктәренең дәүләт бурысы тураһында мәғлүмәттәрҙе баҫтырып сығарҙы. Уларға ярашлы, беҙҙең республика 71,1 миллиард һум бурыслы. Сумма ҙур, борсолорға урын бар түгелме? Беҙ иҡтисадсыларға мөрәжәғәт иттек, улар документтарҙы тикшерҙе һәм үҙ ҡарарын сығарҙы: хәүеф өсөн сәбәп юҡ. Белгестәр күҙлегенән ҡарағанда, хәл бөтөнләй башҡаса!

Әйҙәгеҙ, «бурыстарҙың» нимәнән тороуын асыҡлайыҡ. Уларҙың яртыһынан күберәге – 42,2 миллиард һум – бюджет кредиттары. Икенсе урында – республика сығарған облигациялар, 21 миллиард. Өсөнсөлә – гарантиялар, 7,9 миллиард һум. Республиканың иң ҡиммәт тип һаналған банк кредиттары юҡ! Нуль һум нуль-нуль тин.

Дәүләт гарантияһы нимә ул? Компаниялар кредит алһа, уларҙың ышаныслы вәкиле (поручителе) булараҡ республика сығыш яһай. Беҙҙең осраҡта хәл түбәндәгесә: «Республика коммуналь компанияһы» Өфөлә

Ағиҙел аръяғы өсөн һыу үткәргес төҙөй, ә Хөкүмәт инвесторҙың үҙ йөкләмәләрен үтәүенә гарантия бирә. Республика быға аҡса сарыф итмәй, әммә бухгалтер документтары буйынса «ҡағыҙҙа» бурыс күренә.

* Облигациялар – ул ҡиммәтле бурыс ҡағыҙҙары. Мәҫәлән, компанияға миллион һум кәрәк, ул 500 һумлыҡ ике мең облигация сығара. Кешеләр уларҙы һатып ала. Шулай итеп, үҙ аҡсаһын бурысҡа бирә һәм ай йәки квартал һайын үҙ процентын ала. Облигацияларҙы илдең бөтә төбәктәрендә тиерлек сығаралар, һәм ул «оҙон аҡса» тип атала, уларҙың проценты коммерция банктарына ҡарағанда күпкә түбәнерәк.

* Иң ҡыҙығы – бөтә бурысыбыҙҙың яртыһынан ашыуын тәшкил иткән «бюджет кредиттары». Уларҙың өс төрө бар (әгәр кемгәлер ҡыҙыҡлы булһа, улар «инфраструктура бюджет кредиттары», «махсус ҡаҙна кредиттары» һәм «инфраструктура облигациялары механизмы ҡулланылған дәүләт гарантиялары» тип атала). Айырмаһы нимәлә булыуын һөйләп, ҡатмарлы аңлатмалар менән башығыҙҙы ҡатырмайбыҙ, иң мөһиме – Рәсәй Хөкүмәте 3 процентлы түбән ставка менән оҙайлы ваҡытҡа аҡса бирә. Әммә был аҡсаны эш хаҡына, премияларға тотонорға ярамай.

Был аҡса торлаҡ һәм башҡа төҙөлөш өсөн инфраструктура, шул иҫәптән инженер-коммуналь селтәрҙәр төҙөү өсөн тәғәйенләнә. Республикала ошо аҡсаға Рыленко һәм Пугачев урамдарындағы юл сатын, Кузнецов Затонында мәктәп төҙөйҙәр, Пугачев урамын, Нефтекамала таҙартыу ҡоролмаларын реконструкциялайҙар, Ағиҙел аша аркалы күперҙе һәм Өфөлә 24 торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объектын капиталь ремонтлайҙар.

Мәҫәлән, тиҙҙән ошо нигеҙҙә Ҡариҙел йылғаһы аръяғында һыу үткәргес һәм канализация һуҙыласаҡ. Һыу булыу менән кешеләр күберәк йорттар төҙөй башлаясаҡ, шулай уҡ мәктәп һәм дауахана төҙөргә мөмкин буласаҡ. Һөҙөмтәлә был район йәнләнәсәк, яңы магазиндар, офистар һәм производстволар барлыҡҡа киләсәк.

«Был предприятиеларҙың хеҙ-мәткәрҙәренең, ғаиләләрҙең киле-ме – барыһы һалым түләүҙәре рәүешендә бюджетты тулыландырасаҡ. Магазиндарҙа һәм хеҙмәттәргә тотонолған сығымдар ҙа шулай уҡ бюджетҡа түләүҙәргә әйләнәсәк», – ти РФ Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалының «Иҡтисад, менеджмент һәм маркетинг» кафедраһы доценты, иҡтисад фәндәре кандидаты Рөстәм Камалов.

Бурыс йөкләмәһе ҙур түгел

Күҙ алдына килтерегеҙ: банкта ике кеше бер иш процентҡа 100 мең һум кредит ала һәм һәр береһенә айына 10 мең һум түләргә кәрәк. Әммә беренсеһе – айына 30 мең һум, ә икенсеһе 100 мең һум аҡса эшләй.

Кемгә бурысын түләү еңелерәк? Әлбиттә, икенсеһенә, сөнки ул килеменең ундан бер өлөшөн генә бирә, ә беренсеһе – өстән бер өлөшөн. Шулай уҡ төбәктәрҙә лә, бурыс йөкләмәһе тураһында һүҙ алып барғанда, күләмгә түгел, ә килемдең ниндәй өлөшөн «процент буйынса» бирергә тура килеүенә ҡарау мөһим.

Социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институтының төбәк иҡтисадының за-манса проблемалары лабораторияһы мөдире, иҡтисад фәндәре докторы Илдар Зөлҡәрнәй билдәләүенсә, Рәсәйҙең Бюджет кодексына ярашлы, бурыс йөкләмәһе килемдең 50 процентынан артмаҫҡа тейеш. Ә Башҡортостанда ул 1 сентябргә – 27,8 процент (ә бурыстарҙы иҫәптән сығарыуҙан һуң унан да кәмерәк). Абсолют һандарҙа бурысыбыҙ ҙур, әммә республика килеме уны тыныс ҡына түләргә мөмкинлек бирә.

Әйткәндәй, сентябрь башында РФ Хөкүмәте беҙгә 4,3 миллиард һумды иҫәптән сығарҙы, һәм дәүләт бурысы 66,8 миллиард һумға тиклем кәмене. Федераль Хөкүмәт, был аҡсаның 50 процентын мотлаҡ рәүештә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһын үҫтереүгә йүнәлтеү шарты менән, бурыс суммаһының 2/3 өлөшөн иҫәптән сығарырға рөхсәт итте. Йәғни республика элекке бурыстарынан ҡотолдо, ә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ яңырыу өсөн мөмкинлектәргә эйә булды.

 

Материалдар «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәте редакцияһы әҙерләне. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе axmetshina.v@rbsmi.ru адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.

Автор:
Читайте нас