Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
10 Октябрь 2025, 07:34

Стәрлетамаҡ донъя рекорды төбәге!

“Тополь-М” ракета комплексын буксирлауҙа Денис Ваһапов, Рәил Бикмаев, Айҙар Байсурин һәм Руслан “Ягуар” Садиҡов ҡатнашты.

Стәрлетамаҡ донъя рекорды төбәге!Стәрлетамаҡ донъя рекорды төбәге!
Стәрлетамаҡ донъя рекорды төбәге!

Уҙған шәмбе Стәрлетамаҡта “Рәсәйҙә иң көслө кешеһе” титулын күп тапҡыр яулаған Эльбрус Ниғмәтуллиндың командаһы 84 секунд эсендә 44 тонна тәшкил иткән “Тополь-М” ракета комплексын 8 метр алыҫлыҡҡа күсереп, сираттағы донъя рекорды ҡуйҙы.

Иртәнге сәғәт 8ҙән “Риком” компаниялар төркөмө тарафынан бирелгән “Тополь-М” комплексы Октябрь проспектында урынлашты, һәм команда рекорд ҡуйыуға әҙерләнә башланы. Әҙ-әҙләп сараға килеүсе тамашасылар өсөн көс экстримы буйынса программа ла үткәрелде. Шулай уҡ был ваҡытта “Сити-Молл” ҡаршыһындағы аллеяла спорт майҙансыҡтары эшләне, унда теләгән һәр кем үҙен армрестлингта, гер спортында, мас-рестлингта йәки уҡтан атыуҙа һынап ҡарай алды. Сара ҡаланың ижади коллективтарының музыкаль сығыштары менән үрелеп барҙы.

Шулай уҡ йыйылыусыларға сәләмләү һүҙе менән ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов һәм Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина мөрәжәғәт итте.

“Тополь-М” ракета комплексын буксирлауҙа Денис Ваһапов, Рәил Бикмаев, Айҙар Байсурин һәм Руслан “Ягуар” Садиҡов ҡатнашты. Ракета комплексын ике тапҡыр буксирланылар, һәм, ниһайәт, икенсе рекорд “Уралстронг” Федерацияһының саҡырылған президенты Дмитрий Кононец тарафынан теркәлде.

“Башҡортостандың иң көслө кешеләренең Донъяһы рекорды” проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары Фонды һәм “Күп функциялы креатив үҙәк” Социаль һәм йәмәғәт башланғыстарын үҫтереү һәм яҡлау үҙәге” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма ярҙамында тормошҡа ашырыла (етәксеһе Павел Буркин).

Әлфиә МАНСУРОВА.

Автор фотолары.

 

 

 

“Рәсәйҙә иң көслө кеше” титулына эйә булған Эльбрус Ниғмәтуллин сара хаҡында фекере менән уртаҡлашты:

Хәрби техниканы буксирлау буйынса бөгөнгө рекорд донъяла тәүге тапҡыр булған сара һәм тарихи ваҡиға, уны бер нимә менән дә сағыштырып булмай. Тамашасылар иртәнге 8ҙән бында беҙҙе ҡарарға, хупларға килде, мин батырҙарым өсөн дә, килгән тамашасылар өсөн дә бер тигеҙ шатмын. Минең һәм командам өсөн бөгөнгө сараның әҙәмиәте йәштәрҙең, мәктәп уҡыусыларының сара сиктәрендә лә ҡатнашыуҙары мөһим. Улар егеттәребеҙ кеүек көслө, әүҙем тормош яҡлы булырға ынтылһын, спорт менән шөғөлләнһен, һау-сәләмәт тормош алып барһын. Кешенең экстремаль мөмкинлектәрен ошондай сараларҙа күтһәтеүҙән дә яҡшыраҡ нимә юҡ. Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары Фондына беҙгә ышанғандарына ҙур рәхмәт. Шулай уҡ, ярҙам иткәндәре өсөн Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенә, “Риком” компанияһына рәхмәт белдерәм.

 

 

Стәрлетамаҡ донъя рекорды төбәге!
Стәрлетамаҡ донъя рекорды төбәге!
Стәрлетамаҡ донъя рекорды төбәге!
Стәрлетамаҡ донъя рекорды төбәге!
Стәрлетамаҡ донъя рекорды төбәге!
Стәрлетамаҡ донъя рекорды төбәге!
Стәрлетамаҡ донъя рекорды төбәге!
Стәрлетамаҡ донъя рекорды төбәге!
Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас