

Быйыл өс хужалыҡ тармағында уртаса эш хаҡы 200 мең һумдан ашып китте. Ҡайһы тармаҡтарҙа?
Улар – финанс һәм страховкалауҙа, нефть һәм газ сығарыу предприятиеларында һәм – көтмәгәндә! – тәмәке етештереү сәнәғәтендә. “Росстат” мәғлүмәттәренә ярашлы, ошо өлкәлә эшләгәндәр айына уртаса 203 мең һум хеҙмәт хаҡы ала. Был аңлашыла ла – сауҙала тәмәке һатыуҙан ҡаҙнаға ҙур күләмдә акциз һалымы ағыла. Ә бына тәмәке күпме кешене үпкә яман шешенә һәм башҡа сирҙәргә юлыҡтыра – ул турала “Росстат” өндәшмәй.
Фото һәм мәғлүмәт - https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2025-10-13/t-m-ke-tartyusylar-ur-fay-a-kilter-4425376