

Көҙ – ауыл хужалығы йәрминкәләре осоро. Йәшелсә-емешен, ҡош-ҡорт итен, балын-майын, ғөмүмән, йәнең теләгән ризыҡты һатып алырға мөмкин бында. Берәүҙәр үҫтергән уңышын һатып файҙаһын күрергә тырышһа, икенселәр һатып алып ҡышҡылыҡҡа запас хәстәрләй. Шулай итеп, ҡалабыҙҙа уҙған шәмбе дүртенсе тапҡыр уҙғарылған ауыл хужалығы йәрминкәләре тамамланды, ул Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған ине. Һатыу бик әүҙем барҙы. Миҙгелле йәшелсә һәм емеш-еләк ҙур һорау менән файҙаланды, баҡсасылар үҫентеләрҙе күпләп һатып алды, шулай уҡ төрлө сортлы бал да, фермер продукцияһы ла күп булды һатыуҙа.
Үҙ баҡсаларында йәй буйы тир түгеп тәбиғи продукция үҫтергән шәхси эшҡыуарҙарҙан, фермер хужалыҡтарынан һәм ябай кешеләрҙән һатыу, килем тураһында ҡыҙыҡһындыҡ.
Мәҫәлән, Ғафури районы, Ҡурғашлы ауылынан килгән Әлфиә ҠУНАҠҠОЛОВА төрлө сортлы бал һата ине. Кәрәҙле бал да, төрлө күләмле һауыттарға тултырылған шыйыҡ бал да бар ине. Сәскәнекен 1500 һумға һатып алып булһа, ҡарабойҙайҙы 1800гә, ә йүкәнекен – 2200гә. Бындай йәрминкәләрҙә ул электән үк ҡатнаша. Һатыу бара, барыһынан да ҡәнәғәтбеҙ, ти Әлфиә ханым.
Ә Татьяна ЕГОРОВА Стәрлебаш районы Баҡый ауылынан 15 йыл ҡош-ҡорт үҫтереп, йәрминкәләрҙә һатыу менән шөғөлләнә. Стәрлетамаҡтан тыш, Өфөгә, Салауатҡа йөрөйбөҙ, ти ул. Татьяна үрҙәк – килограмын 550 һум, ҡаҙ – 700 һум, бройлер – 450 һум, һәм үрҙәк-ҡаҙҙың баш-тояғын һата.
Әллә ҡасандан бирле үрҙәк һурпаһын ауыҙ итке килә ине, ниһайәт алырға насип булды. Ашын да бешереп ашаныҡ, бик тәмле.
90-сы йылдарҙан алып йәрминкәләрҙә һатыу менән шөғөлләнгән Эльмира РӘХИМОВА бындай сараларҙы көтөп алабыҙ, ти. Ул үҙ баҡсаһында үҫтергән таҙа йәшелсә-емеш менән генә сауҙа итә. Һарымһаҡты килограмын 450 һумдан һатып алырға мөмкин ине. Татлы алманың килоһы – ни бары 50 генә һум. “Һатыуҙан файҙаһы бармы”, тип һорағас : “Әлбиттә”, тине ул.
Стәрлетамаҡ районы Яңы Васильевка ауылында шампиньондар үҫтереү менән шөғөлләнгән ИШМЕЙӘРОВА КФХ башлығы, шәхси эшҡыуар Айгөл Стәрлетамаҡта йәрминкәләр бик һәйбәт, тип ҡәнәғәтлеген белдерҙе. Улар махсус рәүештә бәшмәк үҫтереп тоҙлай, унан паштет эшләй. Ирле-ҡатынлы Ишмейәровтар төрлө ҡалаларҙа ойошторолған күргәҙмәләрҙә лә ҡатнаша икән. Улар “Агростартап” дәүләт ярҙамы программаһында ҡатнашып, бер нисә критерий буйынса конкурс процедураларын уңышлы үтә һәм 3 миллион һум грант ота. Был аҡса “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү” милли проекты сиктәрендә бүленгән. Фермерҙар ярҙамды производство биналарын реконструкциялауға һәм хужалыҡты артабан үҫтереүгә йүнәлткән.
Уйлап ҡараһаң, бындай йәрминкәләр бик кәрәк. Сөнки, ҡала кешеһенә ауыл шарттарында, саф һауала үҫтерелгән аҙыҡ-түлек, магазиндан һатып алғанына ҡарағанда сифат яғынан да, хаҡы яғынан да бик отошло.
Ошо хаҡта быйыл һуңғы тапҡыр үткәрелгән йәрминкәне шәхсән барып күргән ҡала башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов билдәләне.
Әлфиә МАНСУРОВА. Автор фотолары.