Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
16 Октябрь 2025, 07:40

Радий Хәбиров “Алға” иҡтисади зонаһының йылдам үҫешен билдәләне

15 октябрҙә Салауатҡа эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Алға” махсус иҡтисади зонаһының 4-се төҙөлөш майҙансығында булды, унда “ДоГа” финанс төркөмөнөң инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу барышы менән танышты.

Радий Хәбиров “Алға” иҡтисади зонаһының йылдам үҫешен билдәләнеРадий Хәбиров “Алға” иҡтисади зонаһының йылдам үҫешен билдәләне
Радий Хәбиров “Алға” иҡтисади зонаһының йылдам үҫешен билдәләне

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылда Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондары биләмәләрендә “Алға” сәнәғәт-производство тибындағы иҡтисади зоналар булдырылды. Хәҙер ул биш майҙансыҡты, шул иҫәптән Өфө районындағы “Өфө” индустриаль паркын үҙ эсенә ала. 62 миллиард һумдан ашыу инвестиция күләме менән 24 компания “Алға” иҡтисади зонаһының резиденты булды.

2023 йылдың апрелендә “ДоГа” төркөмө углеводород газдарын ароматик углеводородтарға эшкәртеү буйынса ҡоролма төҙөй башлай. Был башланғысты “Инвестиция сәғәте”ндә хуплайҙар. Эшкәртеү өсөн сеймал “Газпром нефтехим Салауат” предприятиеһынан алынасаҡ. Ә әҙер продукцияны бөтә ил буйынса ҡулланыусыларға ебәрәләр. Өҫтөнлөклө проектҡа инвестицияларҙың дөйөм күләме 7,1 миллиард һум тәшкил итәсәк. 155 яңы эш урыны булдырырға ниәтләйҙәр.

“ДоГа” финанс төркөмө генераль директоры урынбаҫары Андрей Трухан, Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы буласаҡ комплекс продукцияһын илдең сәнәғәт предприятиеларының тотороҡло эшләүе өсөн мөһим продукттар исемлегенә индерҙе, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Башҡортостан Башлығы төҙөлөш-монтаж эштәре тамамланған, төп технологик ҡорамалдар ҡуйыған майҙансыҡты ҡараны.

Радий Хәбиров шулай уҡ нитробензол, анилин һәм юғары молекуляр полиэтилен етештереү буйынса финанс төркөмөнөң перспективалы проекттары менән танышты.

Инвестицияларҙың дөйөм күләме – 16,5 миллиард һум. Сеймалдың төп тәьмин итеүсеһе шулай уҡ “Газпром нефтехим Салауат” буласаҡ. Эштәрҙе 2026 йылдың яҙында башларға планлаштыралар.

Анилин етештереү “Яңы материалдар һәм химия” милли проектының “Полиуретан компоненттары, анилин сығарылмалары” пилот сылбырына, шулай уҡ илдең технологик суверенитетын үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәренә инә.

Төҙөлөш майҙансығына барыу йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Башлығы “Алға” айырым иҡтисади зонаһының йылдам үҫешен билдәләне.

- “ДоГа” финанс төркөмө 5 миллиард һум инвестициянан башлаған, ә хәҙер инде 24 миллиард һумға еткән. Шул уҡ ваҡытта Дөйөм потенциал – 50 миллиард һумға тиклем аҡса һалыу, – тип журналистар менән Әңгәмәлә Радий Хәбиров уртаҡлашты. - иҡтисади зонаның үҫешенә “Газпром нефтехим Салауат” кеүек сәнәғәт гигантының яҡынлығы булышлыҡ итә. Ул килгән сеймалды эшкәртеү менән шөғөлләнә. Ә бәләкәй һәм урта предприятиелар ошо нигеҙҙә еңел, химия сәнәғәтендә талап ителгән продукттар булдырасаҡ. Беҙ үҙебеҙҙең яҡтан биләмәне инфраструктура йәһәтенән үҫтереүҙе дауам итәсәкбеҙ – һыу бүлеү, энергетика эшләйәсәкбеҙ, юлдар төҙөйәсәкбеҙ. Бындай ауыр ваҡытта предприятиеларҙы асып, яңыртып, яңы етештереү майҙандарын индергәндә, әлбиттә, беҙ шатланабыҙ. Сөнки был яңы эш урындары, тотороҡло һәм лайыҡлы эш хаҡы – республика халҡы өсөн мөһим һәм кәрәкле нәмә.

Гүзәл РӘМИЕВА.

Фото Башҡортостан Республикаһы Башлығының рәсми сайтынан алынды.

Радий Хәбиров “Алға” иҡтисади зонаһының йылдам үҫешен билдәләне
Радий Хәбиров “Алға” иҡтисади зонаһының йылдам үҫешен билдәләне
Радий Хәбиров “Алға” иҡтисади зонаһының йылдам үҫешен билдәләне
Автор:Гүзәл Рәмиева
Читайте нас