

Атайҙар көнө — ғаилә байрамы. Атайҙарҙың балалар тәрбиәләүгә һалған өлөшөн хөрмәтләү йөҙәнән үткәрелә. Рәсәйҙә Атайҙар көнө 2021 йылда Рәсәй Федерцияһы Президенты В. В. Путиндың указы менән раҫлана һәм октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнә.
Указға ярашлы илебеҙҙә Атайҙар көнө булдырылыуы һәм уның ял көнөнә тура килеүе юҡҡа тугел. Был көндө ир-ат тап ғаиләһе, балалары менән үткәреү мөмкинлегенә эйә.
Атайлы бала – арҡалы, ти халыҡ мәҡәле. Атаһынан яратылған ҡыҙҙар иркәле, ә атайлы малайҙар көслө рухлы булып үҫә. Атай кеше ғаиләһенең именлеген һаҡлаусы, донъя тотҡаһы.
АТАЙ ҺҮҘЕ
Һөйөү менән һуғарылған
Бойороҡ ул юғарынан –
Атай һүҙе.
Бәйләп ҡуйып ҡаҙаҡтарға,
Аралаусы яҙыҡтарҙан,
Атай һүҙе.
Ярамай, тип ҡырт киҫһә лә,
Ҡурсыуҙарын тоя күңел.
Яратам, тип иркәләһәң,
Атай, миңә шундай еңел.
Бер әйтеүҙән ҡайһы берҙә
Күтәреүсе өҫкә, үргә.
Атай һүҙе.
Бер атыуҙан ҡайһы берҙә,
Төшөрөүсе күктән ергә,
Атай һүҙе.
Өтөп ала, ҡурып ала,
Иңдәремә бурыс һала,
Атай һүҙе.
Уттан алып һыуға һала,
Аҙашыуҙан алып ҡала,
Атай һүҙе.
Ҡанатымды нығытырҙай
Көс ул көсһөҙ сағымдағы,
Атай һүҙе.
Рәхмәт әйтеп баш эйҙерә,
Хөрмәт тигән әҙәп, тағы
Атай үҙе.
Г.Хәлфетдинова.