

СИГЕҮ СИГӘ ҠЫҘҘАР
Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә,
Сиккәндәре, беләм, бирнәлек —
Апайымды былтыр һораттылар,
«Әле йәшерәк» тип бирмәнек.
Сана юлы төшкәс (вәт күр ҙә тор),
Йәнә килер әрһеҙ яусылар.
Телдәренән балдар тамыр, —
Имеш:
«һеҙҙә аҡҡош, беҙҙә аусы бар...»
Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә,
Биҙәктәргә ялғап биҙәкте,
Биҙәктәре ебәк йырҙай ағыла,
Тик йырҙары өҙә үҙәкте:
«Күпер аҫты күк томан,
Күпһенмәгеҙ, күп тормам,
Айҙар торһам, йылдар тормам,
һағынырһығыҙ, мин булмам...»
Мин бәләкәс, бик бәләкәс әле,
Тар һәндерә — барлыҡ йыһаным.
Шул йыһанда был кис япа-яңғыҙ
Йомма йәшем түгеп иланым.
Мин иланым:
Бына килерҙәр ҙә
Ҡыңғырауҙар таҡҡан аттарҙа
Берәм-берәм алып елдерерҙәр
Ете ҡыҙҙы ете яҡтарға.
Мин иланым:
Был кис ҡабатланмаҫ,
Кире ҡайтмаҫ инде был моңдар...
Ҡыҙҙар йырлай.
Күбәләктең ниңә
Йәш түккәнен белмәй былбылдар.
Кистәр ҡабатланмай. Моңдар ҡайта,
Урап ҡайта икән бер талай.
Күпме үрҙәр үткәс, шул йыр тағы
Йөрәгемде телде урталай:
«Күпер аҫты күк томан,
Күпһенмәгеҙ, күп тормам,
Күп торһам да, мәңге тормам,
һағынырһығыҙ, мин булмам...»
Мин хәҙер ҙур. Хәҙер бик ҙур инде.
Бөтә донъя — минең биләмем.
Бер кисәнең түгел, бар ғүмерҙең
Ике килмәүҙәрен беләмен.
Шуға күрә үкһеп кенә түгел,
Үкереп илаһаң да ерлек бар.
Иламайым. Сөнки сабырлыҡ бар,
Сабырлыҡҡа тиңдәш ирлек бар.
Иламайым. Фани донъя аяҙ,
Ысыҡ яна йәшел үләндә.
Таң нурына ҡунып, яҙ турғайы
Тәүге йырын йырлай түбәмдә.
1970
Мостай Кәрим 1919 йылдың 20 октябрендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Келәш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1941 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән фронтҡа китә, һуғышта элемтә башлығы һәм артиллерия штабы башлығы булып хеҙмәт итә. Ҡаты йәрәхәтләнә: мина ярсығы күкрәгенә инеп, йөрәгенә саҡ ҡына барып етмәй ҡала.
Госпиталдә ятып дауаланып сыҡҡас, йәнә фронтҡа китә. Еңеү көнөнәсә фронт гәзиттәрендә хәбәрсе булып эшләй. Һуғыштан ҡайтҡас, ижади һәм ижтимағи эшкә бирелә.
1930-сы йылдарҙа уҡ яҙа башлай: 1938 йылда «Отряд ҡуҙғалды» тигән беренсе шиғыр йыйынтығы нәшер ителә; 1941 йылда «Яҙғы тауыштар» тигән шиғыр китабы сыға. Барыhы 100-ҙән ашыу шиғриәт һәм проза китабы, 10-дан ашыу пьесаһы донъя күрә. 1940 йылда СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1951—1962 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе.
Мостай Кәримдең әҫәрҙәре бер нисә тиҫтә телгә тәржемә ителгән.
2005 йылдың 21 сентябрендә Өфөлә вафат була. Өфөнөң Мосолман зыяратында ерләнгән.