

Стәрлетамаҡ районында тыуған 23 йәшлек Руслан Ғатауллин 2011 йылдың 24 мартында эҙһеҙ юғалған була.
Юғалырҙан алда егет яңы машина – “девятка” һатып алырға ниәтләгән. Был эшендә уға яңы танышы – Антон Иванов ярҙам итергә теләк белдергән. Элек уны Руслан янында бер ҙә күргәндәре булмағаны билдәле.
24 мартта Русланға шылтыратып машина ҡарарға саҡырғандар. Егет үҙе менән йыйған 100 мең һумын да алған. Шул китеүенән ул юҡҡа сыҡҡан, телефоны ла һүнгән.
Егеттең юғалыуына бәйләп, тәүҙә Антон Ивановты шик аҫтында тотҡандар. Әммә ул Ғатауллиндың юғалыуына ҡатнашы булыуын ҡырҡа кире ҡағып, ул мәлдә һыуҙан ҡоро сыға алған.
Рәсәй тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идараһы криминалистары эшкә ҡушылғас, 13 йылдан һуң, егет менән нимә булғаны асыҡланған.
Тикшереүсе хәбәр итеүенсә, 2011 йылда тупланған эш материалдарын өйрәнгәндә телефон һандары буйынса хужаһын тапҡандар, унан Русланға билдәһеҙ кешеләр шылтыратҡан һәм машинаны ҡарау өсөн осрашыуға саҡырған. Был кешенең Антон Ивановтың күптәнге танышы булыуы ла асыҡланған. Улар алдан һөйләшеп-килешеп Русланды бергә үлтергән.
Тикшереүселәр был әҙәмдәрҙең машина өсөн йыйылған аҡсаны алырға теләүҙәрен, береһенең кредит буйынса бурыстары күп булыуын, шуға күрә Русланды аңлы рәүештә үлтереүҙәрен асыҡлай алған.
Был ваҡиғаны тикшереү 2024 йылдың көҙөндә генә тамамланған. Енәйәтселәр егеттең кәүҙәһен күмгән урынды ла күрһәткән, әммә икеһе лә ғәйебен әлегәсә танымай.