

Акция 1-8 ноябрҙә Рәсәйҙең барлыҡ субъекттарында һәм сит илдәрҙә үтә. Быйыл диктант үткәреү Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы буйынса үткәрелгән “Рәсәй һәм БДБ халыҡтары” халыҡ-ара фестивале саралары программаһына индерелгән.
Тәүге тапҡыр диктант 2016 йылда Удмурт Республикаһының милли сәйәсәт министрлығы һәм төбәктең әүҙем йәштәре башланғысы буйынса үткәрелә, улар рус теленән “Тоталь диктант” үткәреү идеяһы менән илһамланып, этнографик һәм этнологик проблемалар буйынса мәғрифәтселек акцияһын башларға ҡарар итә. Хәҙер инде ул Рәсәйҙә һәм унан ситта йәшәгән миллионлаған кешеләрҙе берләштерә.
Был проект белемде тикшереү генә түгел, ә традицияларыбыҙҙың ни тиклем тәрән һәм төрлө булыуын аңларға ярҙам итә һәм мираҫты һаҡлауҙың мөһимлеген иҫкә төшөрә. Унда йәшенә, белеменә, социаль ҡарашына, милләте, дине һәм гражданлығына ҡарамай, Рәсәй Федерацияһы һәм сит илдәр халҡы ҡатнаша ала.
Диктант заданиелары тест рәүешендә эшләнгән. Тест 30 һорауҙан тора. Диктантты үтеү ваҡыты – 45 минут. Бөтә заданиеларҙы үтәгән өсөн 100 балл иҫәпләнә.
Акцияла ситтән тороп (онлайн форматта) ҡатнашыу өсөн национальнаяполитика.рф порталына инеү мотлаҡ. Ә кемдәр килеп яҙырға теләй, улар өсөн сараны үткәреү буйынса төп майҙансыҡ булып торған Үҙәк китапхана (Сакко һәм Ванцетти урамы, 55) ишектәре артабанғы көндәрҙә асыҡ: 1-7 ноябрҙә 11:00 сәғәттән 16:00 сәғәткә тиклем.
Г. РӘМИЕВА.