Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
29 Октябрь 2025, 05:43

“ҮҪТЕРЕШЕҮҘӘ БҮЛЕК” Йәки нисек итеп мэрҙан бүләк алырға?

Ҡәҙерле дуҫтар, быйыл, белеүегеҙсә, “Ашҡаҙар” гәзите үҙенең 35 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Уның сиктәрендә беҙ йыл дауамында төрлө проекттар ҡороп, байтаҡ конкурс-саралар үткәрҙек һәм һәр ваҡыттағыса бүләктәр ҙә тапшырып киләбеҙ. “Хатаһыҙ ҡала” конкурсы ана шул юбилей сиктәрендә үткәргән сараларҙың береһе. Хәйер, улай ғына ла түгел – ҡалабыҙҙы хаталарҙан таҙартыу ҙурыраҡ маҡсаттарға, эштәргә барып тоташа.

“ҮҪТЕРЕШЕҮҘӘ  БҮЛЕК” Йәки нисек итеп мэрҙан бүләк алырға?“ҮҪТЕРЕШЕҮҘӘ  БҮЛЕК” Йәки нисек итеп мэрҙан бүләк алырға?
“ҮҪТЕРЕШЕҮҘӘ БҮЛЕК” Йәки нисек итеп мэрҙан бүләк алырға?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән республикала башҡорт телен үҫтереү кимәле арта ғына бара. Балалар баҡсаларында башҡортсаға өйрәтеүҙән алып “Һомай” һымаҡ аҡыллы технологияларға тиклем барларға була был эштәрҙе. Шул уҡ ваҡытта урамдарҙа алтаҡталарҙа, туҡталыштарҙа, һәйкәлдәрҙә хаталар булып, төҙәтелмәһә, өҫтәрәк әйтеп үткән эштәрҙе бысратыр ғына ине. Шуға ошо йәһәттән

Башҡортостан Хөкүмәте янында Урал Килсенбаев етәкселегендә Башҡортостанда телдәр үҫеше буйынса законды үтәүҙе контролдә тотҡан коммиссия эшләп килеүе ҡиммәт. Әйткәндәй, ундай комиссиялар һәр муниципалитетта йәйелдерелгән.

Стәрлетамаҡта ла был тәңгәлдә эштәр алға киткән тип ышаныслы әйтергә була. Комиссия эше һәм битараф булмаған милләттәштәр ярҙамы менән хаталар кәмей. Әлбиттә, бында ҡала башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов һәм уның урынбаҫары Павел Шороховтың шәхсән иғтибары ҙур көскә эйә. Хаталарҙы табыу бер, уларҙы алтаҡта хужаһы булған һәм бәлки был ҡалала йәшәмәгән эшҡыуарҙан төҙәттереүе икенсе һәм ауыр мәсьәлә!..

Беҙҙең “Хатаһыҙ ҡала” проектына килгәндә лә, уны Эмиль Владиславович ҡушҡуллап күтәреп алды һәм конкурс иғлан итеп, иң күп хаталар табыусыға шәхсән бүләк тапшырырға вәғәҙәләне. Әйткәндәй, еңеүсе гәзитебеҙҙең юбилей кисәһендә ҙур сәхнәлә бүләкләнәсәк!

Конкурстың маҡсаты, әлбиттә, күп итеп хаталар табыуға ғына ҡайтып ҡалмай, ә уларҙы беҙ һеҙҙең менән бергәләп, берҙәм булып төҙәтергә, телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе бергә үҫтерергә тейешбеҙ!

Бөгөн һеҙҙең иғтибарға хаҡлы ялға сыҡҡансы күп йылдар башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләүсе Гөлдәр Шәрип ҡыҙы Иҫәнғужинаның һәм китапханалар системаһында оҙаҡ йылдар эшләп хаҡлы ялға сығыусы Нәзифә Мостафил ҡыҙы Иҫәнғужинаның үткер күҙҙәре күреп ҡалған хаталарҙы тәҡдим итәбеҙ.

Конкурс 1 декабргә тиклем генә дауам итә, һеҙҙән фотолар көтәп ҡалабыҙ!

“Ашҡаҙар”ҙар.

“ҮҪТЕРЕШЕҮҘӘ  БҮЛЕК” Йәки нисек итеп мэрҙан бүләк алырға?
“ҮҪТЕРЕШЕҮҘӘ БҮЛЕК” Йәки нисек итеп мэрҙан бүләк алырға?
Автор:
Читайте нас